Өфөлә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) һанлы сәнғәт буйынса батл үтте. Ул үҙенә 70-тән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Был сара “Киләсәк фабрикаһы” тигән коворкингта үтте, унда нейроселтәр өлкәһендәге рәссамдар, эксперттар осрашты.
- Креатив эшҡыуарҙарға ярҙам итеү динамикалы һәи инновациялы иҡтисадты формалаштырыуҙа төп ролде уйнай. Креатив индустрия менән бәйле сараларҙа ҡатнашыу ярҙамдың мөһим өлөшө булып тора. Бындай саралар эшҡыуарҙарға тәжрибә менән уртаҡлашырға, эшлекле контакттар булдырырға, яңы партнерҙар табырға мөмкинлек бирә. Был селтәрҙәр һәм экосистемалар үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Рәссамдар һәм IT-белгестәр ваҡытҡа ижади заданиелар үтәне. Ҡатнашыусылар билдәләнгән ваҡытта картиналар эшләргә, бумала йәки нейросеть ҡулланып билдәле картиналарҙың репродукцияһын төшөрөргә тейеш булды.
Батл финалында еңеүсе команданы тамашасыларҙың тауыш биреүе билдәләне. Рәссамдар командаһы иң яҡшыһы тип танылды.
Башҡортостанда креатив индустрияға ярҙам итеү 16 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.