Мөслимә апай ғүмер буйы һаулыҡҡа туйманы. Үҙен һаҡлап ҡына йәшәне гел. Һуңғы осорҙа аяҡтары һыҙлап үҙәгенә үтә. Уколдарын да алды, мазь менән ыуып ҡараны, әллә ни файҙаһын тойманы. Аяҡҡа көс төшмәһен өсөн таяҡҡа таянып йөрөй башланы. Һыҙланыуынан төндәрен уянып йоҡлай алмай ятты.
Һуңғы осор төнөн һәр ваҡыт аяғына бесәйе килеп ята башланы. Аяғын йылытып ҡына ятҡас, Мөслимә апай ойоп ҡына тынысланып йоҡлап китә, һыҙлауы баҫылғандай тойола. Бесәй бөтә нәмәне тоя тиеүҙәренә ышанып ҡуйҙы. Был бесәйен көҙгө һыуыҡ көндә ишек төбөндә ҡысҡырып торғанында йәлләп өйөнә кереткәйне. Йыуындырып ашатып алғас, күркәмләнеп китте. Яңы йән эйәһе килеп ингәс, өйгә лә йәм керҙе.
Төндәр буйы үҙәгенә үткән һыҙлауы баҫылғас, тормош йәмләнеп киткән һымаҡ булды. Яйлап таяҡһыҙ ҙа йөрөй башланы. Ләкин бер көн килеп бесәйе юғалды. Элекке һымаҡ ашамай башлауына, ябығыуына иғтибар итеп ҡуйғайны Мөслимә апай. Бер ҡасан да өйгә ҡайтмай ҡалмаған бесәйен эргә-тирәнән дә эҙләне, ләкин таба алманы. Бер көндө йылға буйына ҡаҙҙарын алып сыҡһа, бәрәңге баҡсаһының башында ғына үлеп ятҡан бесәйен күреп йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы.
Минең ауырыуҙарымды үҙенә алып, был донъянан китеп барҙы бесәйем, тип һөйләне Мөслимә апай. Был ысынлап та шулаймы, әллә тура ғына килдеме икән? Һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
Автор фотоһы.