Бөтә яңылыҡтар
10

Илһөйә Бәҙретдинова бар тамашасыларын йәнә хайран ҡалдырған

 Афарин! Артабан да ижади уңыштар!

Илһөйә Бәҙретдинова бар тамашасыларын йәнә хайран ҡалдырған
Илһөйә Бәҙретдинова бар тамашасыларын йәнә хайран ҡалдырған

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинова йәнә бар тамашасыларын хайран ҡалдырған: Рәсәйҙә беренсе булған гиперреалистик клип сығарған.

Клипта ысынлап та тормошта осрамаған күренештәр бар. Мәҫәлән, крандан ҡара ҡан тама.

"Туған тел" каналы хәбәр итеүенсә, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинованың был клибы тулыһынса яһалма интеллект ярҙамында эшләнгән һәм ул Рәсәйҙә - беренсе шундай йүнәлештә төшөрөлгән клип.

Клип Илһөйә Бәҙретдинованың тәрән һәм шәхси тормошон сағылдыра. Һәр миҙгел хис-кисерештәр һәм мәғәнә менән тулы. Ҡара пантера - образ - сәнғәт биҙәлеш элементы ғына түгел, ә артистканың эске кисерештәрен һәм ынтылыштарын сағылдырған тәрән символ.

Афарин, Илһөйә Бәҙретдинова! Артабан да ижади уңыштар!

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: