Бөтә яңылыҡтар
10

Был башҡорт йырын бөтә төрки халҡы тыңлай!

 "Һомай" йыры интернетты яулай. Ни өсөн ул шул тиклем популяр булып китте? 

Был башҡорт йырын бөтә төрки халҡы тыңлай!
Был башҡорт йырын бөтә төрки халҡы тыңлай!

Уны ҡәрҙәш милләттәр ҙә алҡышлап ҡаршы алды, әлеге көндә бөтә социаль төркөмдәрҙә ошо йыр яңғырай. Шәп бит үҙебеҙҙекеләр, булдыра! 

Ниндәй төркөм һуң был, “AY YOLA” (Ай йола)?

Музыканттар әйтеүенсә, музыкаль проект “Урал батыр” эпосынан илһамлана. “Беҙ ата-бабаларыбыҙ йолаларын заманса музыкаль стилдәр менән ҡушып, боронғо тарих йәнләнеп киткән уникаль шоу тыуҙырабыҙ. Һәр йырыбыҙ – бөйөк эпостың яңы форматҡа һалынған бер бүлеге”, – тип яҙалар проекттың төркөмөндә.

Яңы этно-проекттың етәксеһе – билдәле “Арғымаҡ” төркөмө менән эшләүсе Ринат Рамаҙанов, ул йырҙарҙы башҡарыусы, ҡурайсы; Адель Шәйхетдинова – йырсы, гитарала һәм думбырала уйнаусы; Руслан Шәйхетдинов – клавишалы музыка ҡоралдарында уйнаусы, бас-гитарасы.

Проект халҡыбыҙҙың традицион уйын ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңона заманса музыка ҡоралдарын ҡушып аранжировкалай. Һәм был ғәйәт тылсымлы, мөһабәт яңғыраш хасил итеп, тыңлаусыларҙы битараф ҡалдырмай.

Әлеге көндә “Һомай” йырын Ҡаҙағстан, Татарстан, башҡа төрки халыҡтар йәшәгән тарафтар тыңлай. Социаль селтәрҙә тәүге яңғырағандан алып бер нисә көндә генә клип миллиондарса тапҡыр ҡаралған һәм триумф менән алға барыуын дауам итә.

Социаль селтәрҙәрҙә төрлө милләт кешеләре музыканттарға һоҡланыу һүҙҙәре яуҙыра, рәхмәт әйтә. Бына ҡайһы берҙәре генә:

“Башҡорт телен белмәһәм дә, йыр һоҡланғыс тәьҫир итә! Видео менән айырыуса! Ниндәйҙер боронғолоҡ, серлелек. Афарин! Милли ижад ныҡ оҡшай! Мәҫәлән, яҡут киноһы, һәм хәҙер инде башҡорт йырҙары!” – тип яҙа Федор Подгайный тигән тыңлаусы.

“Күңелгә балдай яғыла!” – тип һоҡлана Лилиә Хорошилова.

“Милли музыка, милли йыр. Тыңлауы шул тиклем рәхәт”, – тип уртаҡлаша Саша исемле тыңлаусы.

“Ут! Тыва Республикаһынан ҡайнар сәләм”, –ти Мира Борисова.

...Тамырҙарым минең һорай,

Йәнем дә, ҡаным да һорай,

Боронғо хәтер һорай:

“Кем була ул Һомай?”... – тип башлана был йыр. Тыңлағыҙ, дуҫтар, уртаҡлашығыҙ, таратығыҙ! Афарин, "Ай йола"! 

Һүрәттә: "Ай йола", төркөмдөң сәхифәһенән.

Видео – төркөмдөң сәхифәһенән: vk.com/ayyola.music?from=groups

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: