Бөтә яңылыҡтар
10

Тиҙҙән Ҡаһым түрәне күрәсәкбеҙ

Рәссам Фәйзрахман Исмәғилев күргәҙмәһенә саҡыра

Тиҙҙән Ҡаһым түрәне күрәсәкбеҙ
Тиҙҙән Ҡаһым түрәне күрәсәкбеҙ

“Ауыл хыялыйы”, “Таң”, “Өйөрөлмәк”, “Толпар”, “Алпамыша”, “Ҡыҙылташ”, “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар”, “Салауат тураһында иртәк” (авторҙашы И. Ғаянов), “Ҡанатлы ат”, “Ҡолап барыусы Толпар”, “Сен-Жермен майҙанында таң”, “Александр I батшаның башҡорттарҙы һуғышҡа саҡырыуы ” кеүек билдәле картиналар яҙған ватандашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Исмәғилевтең ижад оҫтаханаһында булып, уның ижады менән яҡындаш танышырға, һынлы сәнғәт хаҡында әңгәмә ҡорорға насип итте.

– Фәйзрахман Абдрхаман улы, һеҙ 24 мартта үҙегеҙҙең 70-се яҙығыҙға аяҡ баҫаһығыҙ. Олпат йәшегеҙҙе ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ? Күреүебеҙсә, оҫтахананан сыҡмай ижад итәһегеҙ...

– 60 йәшем тулып, хаҡлы ялға сыҡҡас та рәхәтләнеп, ашыҡмай ғына йылдар дауамында уйымда йөрөткән хыялымды тормошҡа ашыра башланым – Ҡаһым түрә образына тотондом. Яҙыусы Миңлеғәле Яҡупов күптән инде: “Ни өсөн һыбайлы яугир образын һынландырған картина яҙмайһығыҙ? Башҡорт борон-борондан ғүмеренең төп өлөшөн ат менән Рәсәй сиген һаҡлау, илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән”, – тип һәр ваҡыт әйтеп килде.

Ошо һүҙҙәр аңға һеңгән, был уйҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында эшкә тотондом. Шул уҡ ваҡытта Ҡаһым түрә образы күҙ алдыма килеп баҫты. Уның тураһында быға тиклем картина яҙыусы булманы.

Ҡаһым түрәне сағылдырған ижади эшемде 25 мартта республиканың Милли музейында уҙасаҡ шәхси күргәҙмәмдә халыҡ хөкөмөнә сығарасаҡмын.

– Башҡа тарихи картиналарығыҙ ниндәй ерлектә тыуҙы?

– Был бурысҡа тотоноуымдың сәбәбе күп инде. Студент саҡта, 1978 йылда башҡорт яугирҙәренең Нотр-Дам де Пари соборы алдында бейеп йөрөгәнен төшөрөү буйынса диплом эше яҙырға теләнем. Әммә етәксе, мине милләтселектә ғәйепләп, был картинаны яҙырға рөхсәт итмәне. Шул саҡта мин: “Ул бит патриотизм хаҡында буласаҡ”, – тинем.

Хаҡлы ялда ошо йәшлек хыялын тормошҡа ашырып, ҡәләмдәшем Илдар Ғаянов: “Әйҙә, шул уй-ниәтеңде тормошҡа ашырайыҡ”, – тип тәҡдим итте. Шулай итеп, башҡорттарҙың 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһындағы картиналар теҙмәһен яҙҙыҡ – “Александр I батшаның башҡорттарҙы һуғышҡа саҡырыуы”, “Башҡорттарҙың Бородино һуғышында ҡатнашыуы”, “Башҡорттар Березино йылғаһы буйында француздарға ҡаршы һөжүм итә”.

Әле ошо циклды дауам итеп, Ҡаһым түрә образын өс йыл буйы яҙам. Оҙаҡҡа һуҙылды, сөнки ковид менән ауырып киттем, унан һуң инсульт, операция кисерҙем.

Ябай ауыл малайын рәссам булырға нимә этәрҙе?

– Өфөлә художество интернатында уҡығанда уҡытыусыбыҙ Әлифә Ғарипова: “Халыҡ өсөн рәссамдар кәрәк. Туғаным, башҡорт халҡының тарихы бай, ә ошо темаға эшләүселәр юҡ”, – тине. Шул педагогтың әйткәне әле лә ҡолаҡта сыңлап тора.

Рәссамға уҡыған мәлдә үк ошо темаларҙы асырға тотондом. Беҙҙең тормош үҙе бер тарих – олатайыбыҙ Яҡуп, 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Калинин фронтында ятып ҡалған. Өләсәйем өс баланы яңғыҙы үҫтергән. Ул башҡаса тормошҡа сыҡманы, һоратыусылар булһа ла. Улар тәүҙә Архангел районының Аҙау ауылында йәшәгән, репрессиянан ҡасып, Йөйәккә килеп төпләнгәндәр.

Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына ошо тема буйынса картина яҙырға тотондом. Мәҫәлән, “Йәйге иртә. Һуғыш ветераны Мораҙым Мәһәҙиев” картинаһын 1984 йылда ижад иттем. Ул картина М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

– Белеүебеҙсә, һеҙҙең картиналарҙа ауылдаштарығыҙҙың образдарын да күрергә мөмкин. Был персонаждарҙы ниндәй һыҙаттарына ҡарап һайланығыҙ?

– Яугир Мораҙым Мәһәҙиев 112-се Башҡорт кавалерия девизияһында разведчик булған. Уның һуғыш тураһында һөйләүҙәре иҫтә ҡалған. Ул – шул осорҙағы ветерандарҙың сағыу образы. Асыла йәшәгән Арыҫлан Мөбәрәковтың бер туған апаһын да төшөрҙөм, ул мине ҡымыҙ менән дауаланы. Уның да һүрәте Мәскәүҙә Манежда эленеп торҙо. Шулай уҡ Арыҫлан Мөбәрәковтың биш йәшлек образын тыуҙырҙым. Уның ғаиләһе – золом ҡорбаны, был бала урамда тороп ҡалған – ошо образды күрһәттем.

Яңыраҡ балалыҡ дуҫым Андрей Кудряшовтың портретын төшөрҙөм. Алтын ҡуллы кеше. Башҡорт телен беҙҙән дә яҡшыраҡ белә. Һөйләшә, йырлай, башҡорт көйҙәрен баянда уйнай. Уның балалары ла башҡорт рухлы булып үҫте, килене лә башҡорт ҡыҙы – Айгөл. Андрей йәш сағында армиянан: “Башҡорттарҙан бында мин генә”, – тип хат яҙған. Үҙебеҙҙең башҡорт иһә балаһына туған телен өйрәтергә ояла.

– Иң оҙаҡ яҙған картинағыҙ бармы?

– Күптән инде “Шишмә тауы” тигән картинамды яҙа башлағайным, инде 30 йыл самаһы ваҡыт үтте. Бер көн – бер тойғо менән эшләйһең, иртәгәһенә иһә башҡа хистәр биләп ала – картинаның торошо үҙгәрә лә китә. Шуға ла ҡатмарлы дилемма.

– Әҫәрҙәрегеҙ араһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты сағылдырған тарихи картиналар ҙа күп кенә...

– Салауат Юлаев циклы биш әҫәрҙән тора. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында картиналар яҙып, ул саҡтағы мәҙәниәт министры Хәләф Ишморатовҡа күрһәттек. Ул: “Егеттәр, Салауат Юлаев көндәренә эшләгеҙ”, – тине. Беҙ ҡәләмдәшем Илдар Ғаянов менән милли батырыбыҙ тураһында әҫәрҙәрҙе бик тиҙ яҙҙыҡ, бөтәһе лә ыңғай килеп сыҡты. Был картиналар өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙылар.

– Һеҙ әле Башҡортостандың Рәссамдар союзы оҫтаханаһында ижад итәһегеҙ. Был уңайлыҡтарҙан башҡа рәссамдар ҙа файҙалана аламы?

– Бындай оҫтахана бөтәһенә лә тәтемәй. Миңә яҙмыш ошондай мөмкинлек биргән, шуға ла уны файҙаланып, Хоҙай бүләк иткән һәләтте эшкә ҡушып, ижад итеп өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Халҡыбыҙҙың батыр үткәне, тарихы шул тиклем бай. Шуны сағылдырып ҡалырға ине. Темалар бик күп, эшләргә көс һәм һаулыҡ кәрәк. Республиканың Рәссамдар союзы тормошонда ла әүҙем ҡатнашам.

Тыуған ерем – Белорет районының Йөйәк ауылындағы дачамдың икенсе ҡатында оҫтаханам бар. Яҙын, ер ҡарҙан әрселгәс, шунда ҡайтып ижад итергә теләйем.

– Картиналарығыҙҙың артабанғы ярҙмышы ниндәй? Әле һынлы сәнғәткә ихтыяж бармы?

– Яҡшы картиналар – һәр саҡ коллекционарҙар өсөн ҙур табыш, дәүләт өсөн мәҙәни мираҫ. Ижад халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, эштәрем Третьяков галереяһында, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, “Academia” (Өфө, УГАЭС), Белорет, Нефтекама картиналар галереяһында, А. Мөбәрәков музей-йортонда, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Картиналарҙы күпселек осраҡта бүләк итәм. Мәҫәлән, уларҙы Белорет районының Асы һәм Йөйәк мәктәптәре музейҙарына бирҙем. Ғөбәй Дәүләтшиндең Һамар өлкәһендәге тыуған ауылы Ташбулаттағы мәктәбенә лә картиналар бүләк иттек, ҡәләмдәштәрем менән уның стеналарына һүрәт төшөрөп бирҙек. Белорет ҡалаһының лицей-интернатына ла дуҫтарым менән картиналар бүләк иттек. Әле яҙған Ҡаһым түрә образын сағылдырған картинаны һораусылар күп. Киләсәктә уның образының икенсе вариантын эшләп бөтөрөп ҡуйырға ине.

– Картина яҙғанда үҙегеҙгә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ, ниндәй ҡағиҙәләргә таянаһығыҙ?

– Ваҡ темалар менән ваҡытымды әрәм иткем килмәй. Эшләгәс, урынына еткереп, бәрәкәтле итеп һүрәт төшөрөргә кәрәк. Шуға ла һан артынан ҡыумайым, ә сифатлы картиналар ижад итергә тырышам. Беҙгә белем биргән уҡытыусылар: “Бешмәгән һүрәттәрҙе халыҡҡа сығарыуҙан оялырға кәрәк”, – тип әйтә торғайны.

Бөгөн йәштәрҙе лә аңларға була – улар тиҙерәк картина яҙып, һатып, аҡса эшләргә тырыша. Уларға ла йәшәргә кәрәк бит инде, ә мин – пенсионер.

– Пенсиям бар, тип әйтәһегеҙ ҙә ул, тик һүрәт төшөрөүгә кәрәкле әйберҙе алыу өсөн аҡсаһы ла мул ғына талап ителә...

– Ысынлап та, бөтөн әйбер ҙә – полотно ла, буяуҙар ҙа ҡиммәт хәҙер. Шуға ла һәр кеше үҙенсә йәшәргә тырыша инде. Минең йыйылған элекке һаҡламым бар. 

– Ғәҙәттә, сәнғәт кешеләренең юлын балалары ла дауам итә. Һеҙҙең ғаиләлә лә ижад юлын һайлаған кешеләр бармы?

– Улым Юлай – табип. Ҡыҙым Гүзәл дә – ижад кешеһе, элек бейеүсе ине, әле ҡурсаҡтар эшләй. Кинйә улым Таһир, З.И. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының дизайн бүлеген тамамлап, компьютер графикаһы менән шөғөлләнә.

– Йәш рәссамдарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Беҙ элекке ҡалыптар буйынса формалашҡан рәссамдар. Йәштәрҙең ижадҡа ҡарашы башҡаса. Билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллин беҙгә: “Йәш саҡта эшләп ҡалығыҙ. Олоғайғас, ваҡыт булһа ла, теләк юғала, һаулыҡ та самалы була”, – тип әйтә ине. Бик хаҡ һүҙҙәр, бына минең дә күҙ асып йомған арала 70 йыл ғүмерем артта ҡалған. Шуға ла йәштәргә теләгем – йәш саҡта, дәртле саҡта эшләп ҡалығыҙ.

– Фәйзрахман Абдрахман улы, артабан да ошолай дәрләнеп ижад итегеҙ, беҙҙе яңы йөкмәткеле картиналар менән ҡыуандырығыҙ.

 Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Һүрәттә: Фәйзрахман Исмәғилев Ҡаһым түрә картинаһын яҙған мәлендә.

Тиҙҙән Ҡаһым түрәне күрәсәкбеҙ
Тиҙҙән Ҡаһым түрәне күрәсәкбеҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: