"Берҙәм Рәсәй" партияһының Йәмәғәт ҡабул итеү офисында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашлығында "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" партия проектыны Йәмәғәт советының сираттағы ултырышы үтте.
Башҡортостан 2017 йылдан «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль проектында ҡатнаша. Проект өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: «Урындағы мәҙәниәт йорто», «Балаларға театрҙар», «Бәләкәй ҡалалар театрҙары».
"Ошо йылдар эсендә беҙ республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрен үҙ эсенә алдыҡ, ә дөйөм финанслау күләме 800 миллион һум самаһы тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 660-тан ашыу. Ауылда 301 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яҡшыртылды, 13 объектта ағымдағы ремонт үткәрелде. Йыл һайын программа ярҙамында төбәктәге туғыҙ театр репертуарын сифатлы яңыртыу, гастроль проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр ала. Артабан да мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Был сараларҙың сифатын яҡшыртыуға һәм Башҡортостандың мәҙәни тормошонда ҡатнашыуға күберәк кешеләрҙе йәлеп итә», - тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт думаһы депутаты, партия проектының төбәк координаторы Эльвира Айытҡолова.
Шулай итеп, театрҙар репертуары 101 яңы спектакль менән тулыланған. 2024 йылда ғына Рәсәй классиктары һәм хәҙерге заман авторҙары әҫәрҙәре буйынса 10 яңы спектакль ҡуйылған. Был эш театрҙарға йөрөүҙең һиҙелерлек артыуына булышлыҡ итә. Проектты тормошҡа ашырыу барышында учреждениеларҙың мобиллеге лә ярайһы арттырылған. 40-тан ашыу автобус һәм автомобиль һатып алыған.
«Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» партия проектының йәмәғәт советы ултырышы эшенә йомғаҡ яһап, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова түбәндәгеләрҙе билдәләне: Был прект – ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә йәшәүселәргә генә түгел, республикабыҙҙың алыҫ ауылдарында йәшәүселәргә лә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек биргән һөҙөмтәле ҡорал. Башҡортостан проект сиктәрендә йәлеп ителгән саралар буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Мәҫәлән, быйыл «Урындағы мәҙәниәт йорто» программаһы буйынса финанс сараларының дөйөм күләме 85,5 миллион һум тәшкил иткән. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы билдәләгән маҡсатлы күрһәткескә ярашлы, 100 учреждениены яңыртырға кәрәк. Ғәмәлд, 18 муниципаль райондың һәр береһендә 5-6 клуб йыһазландырыласаҡ. Проект башҡа мәҙәниәт учреждениеларында ла шарттарҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Проект сиктәрендә ижад ителгән спектаклдәр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивалдәре һәм конкурстары афишаһына индерелә, унда күп һанлы абруйлы премиялар һәм наградалар менән билдәләнә. Партия проекты сиктәрендә ижад ителгән спектаклдәр, ғәҙәттәгесә, Өфөлә йыл һайын уҙғарылған театр декаднигы программаһына ла индерелә. Быйыл декадник 24-30 мартта баш ҡала театрҙары майҙансыҡтарында үтә, унда тамашасыларға 2024 йылдағы премьера спектаклдәрен тәҡдим итәсәктәр. 2025 йылда иһә проекттың был йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуға 10 миллион һум йүнәлтеләсәк. 9 спектакль ҡуйыу планлаштырыла. Әйткәндәй, тормошҡа ашырылған бөтә программалар һәм проекттар, һис шикһеҙ, башҡорт мәҙәниәте, башҡорт драматургияһы үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай. Йыл һайын театрҙар репертуары заманса драматургтарҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт халҡының мәҙәни мираҫына әүерелгән әҫәрҙәргә нигеҙләнгән спектаклдәр менән тулылана”.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы