Бөтә яңылыҡтар
10

Конференция һеҙҙе көтә!

БР Милли әҙәбиәт музейы төбәк ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашырға саҡыра

Конференция һеҙҙе көтә!
Конференция һеҙҙе көтә!

Конференция Башҡортостандың күренекле халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың (Анатолий Генатуллин) тыуыуына 100 йыллығына арнала.

Сара 8 апрелдә “Торатау” конгресс-холында уҙа. Унда ҡатнашырға ғалимдар, тикшеренеүселәр, студенттар һәм Талха Ғиниәтуллиндың ижады, шулай уҡ уның мәҙәниәтебеҙ өсөн әһәмиәте тураһында фекер алышырға теләгән барлыҡ кешеләр саҡырыла. Конференция сиктәрендә Талха Йомабай улының тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә ойошторола.

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин – БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты, шулай уҡ I дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Уның әҫәрҙәре ябай һалдаттарҙың батырлығын һәм ныҡлылығын сағылдыра.

Бәйләнеш өсөн телефон: 228-54-15

Электрон почта: literat_myzey@mail.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: