Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Бөтә донъя театр көнө айҡанлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы – республикабыҙҙың төп милли театрында 1980 – 1986 йылдарҙа М. Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ғәлимә ролен башҡарған Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илсөйәр Ғәзетдинова менән осрашыу ойошторолдо.
Ҡаланың 114-се мәктәбе уҡыусылары ҡатнашлығында үткән сарала тәүҙә музей хеҙмәткәрҙәре тарафынан "Ҡара йөҙҙәр" спектакле – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының визит карточкаһы булараҡ" тигән темаға әңгәмә-лекция үткәрелеп, унда был тамашаның республикалағы төрлө театрҙарҙа ҡуйылыу тарихы, сәхнәгә ҡуйған режиссерҙар, ролдәрҙе башҡарған артистар, инсценировка авторҙары тураһында ентекле мәғлүмәт бирелде. Сараға саҡырылған абруйлы ҡунаҡ – Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова үҙе башҡарған Ғәлимә образының үҙенсәлектәре, был ролде әҙерләү барышындағы төрлө фәһемле һәм ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар, тамашаның ҙур аншлаг менән барып, меңәрләгән тамашасыларҙың иғтибарын һәм ихтирамын яулауы хаҡында бәйән итте һәм осрашыу иҫтәлеге итеп үҙе хаҡындағы "Ағиҙел ҡыҙы Илсөйәр Ғәзетдинова" тигән бик матур китап-альбом бүләк итте.
– Хөрмәтле актрисабыҙҙы Театр көнө менән ҡайнар ҡотлап, уға сәскәләр гөлләмәһе һәм музейыбыҙ менән оҙаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ. Был хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ! – тине музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова.
Фотолар: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейынан.