Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2025, 13:45

“Китап”та гәзит-журналдар ҙа һатыла

Башҡорт яҙыусыларының китаптары кәштәләрҙә лайыҡлы урын биләй. Республикала баҫылған гәзит һәм журналдарға ла айырым иғтибар бүленгән.

“Китап”та гәзит-журналдар ҙа һатыла“Китап”та гәзит-журналдар ҙа һатыла
“Китап”та гәзит-журналдар ҙа һатыла

З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте магазинында республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙы һатып алырға була. Был хаҡта бөтәһе лә белмәйҙер ҙә әле.

“Китап” республикабыҙҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе уҡыу ҡулланмалары, нәфис әҙәбиәт менән тәьмин итеүсе лә ул.

“Китап” – Башҡортостандың мәҙәни бренды. Хәҙер уның фирма магазины ла баш ҡаланың тарихи үҙәгендә. Башҡорт яҙыусыларының китаптары кәштәләрҙә лайыҡлы урын биләй. Республикала баҫылған гәзит һәм журналдарға ла айырым иғтибар бүленгән.

– Яңы һандар үҙ ваҡытында ҡуйылып тора, һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы булған баҫманы таба ала. Китаптар һәм ваҡытлы матбуғатты уҡыу – урындағы ваҡиғалар, яңылыҡтарҙы белергә теләгән замандаштарыбыҙ тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш, – ти нәшриәт етәксеһе Эльмира Хәйретдинова.

Магазинда һатыуға ҡуйылған баҫмалар БР Башлығы Хакимиәте бинаһында урынлашҡан киоск аша ла таратыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас