Бөгөн билдәле йырсы, режисссер, ҡул оҫтаһы Зилә Лираның улы – йырсы Ян Лираның тыуған көнө – уға 35 йәш. Әсә өсөн бала – тормош йәме, ерҙәге һауа ла, һыу ҙа. Зилә Мазһар ҡыҙы улын ҡотлап яҙған матур теләктәрендә ошо хис-тойғолар сағыла.
“Һинең булыуың менән бәхетлемен, улым! Бөгөн һинең юбилейыңды - 35 йәшеңде билдәләйбеҙ. 3 апрель – минең иң яҡшы байрамым. Ә һин – минең тормошомдағы иң яҡшы бүләгем.
Һин бала саҡтан уҡ аҡыллы, изге күңелле, аңлаусан, шаян һәм бик моңло инең. Һинең менән ғорурланам! Һиңә ҙур бейеклектәргә өлгәшеүеңде теләйем! Яңы йырҙар, клиптар һәм концерттар менән үҙеңдең һәләтеңде баһалаусы тыңлаусыларыңды ҡыуандыр.
Ҡотлайым, балам! Һау бул һәм бәхетле бул!” – тип улына изге теләктәрен еткергән Зилә Лира.
Һәләтле йырсы Ян Лираны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Яңыраҡ Өфөлә Зилә Лираның ижад кисәһе үтте. Унда әсәле-уллы "Ауылымды бөгөн төштә күрҙем" йырын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Беҙ ҙә уны һеҙгә ошо яҙманы "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә тәҡдим итәбеҙ.
Фото: Зилә Лираның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.