Күргәҙмә тураһында “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Экспозицияла 50-ләп эш бар, уларҙың яртыһы “Шүлгәнташ” музейында былтыр уҙғарылған тәүге ижади симпоозиум барышында эшләнгән. Ул саҡта майҙанға эмаль менән эшләүсе бөтә илгә билдәле рәссамдар йыйылғайны. Улар Шүлгәнташтың хозур тәбиғәте һәм заманса кәүҙәләнештәге музей комплексынан илһамланып ижад итте.
Рәсәйҙә эмаль оҫталары 50-нән армай. Бөгөнгә ҡәҙәр был төр сәнғәттең үҙәге тип Мәскәү, Санкт-Петербург, Суздаль, Дондағы Ростов һаналып килә.
Күргәҙмәнең кураторы – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Салауат Ғиләжетдинов әйтеүенсә, республиканың һынлы сәнғәт тарихында эмаль бер ҡасан да беҙҙә күргәҙәмәгә сығарылмаған. “Беҙ үҙәге “Шүлгәнташ” музейында булған башҡорт эмале мәктәбен булдырабыҙ, уның беренсе ышаныслы аҙымдарын эшләйбеҙ. Был бик баһалы коллекция. Бөрйән районындағы симпозиум ваҡытында барлыҡҡа килгән эштәр мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки уларҙа тәбиғәтебеҙ, халыҡ риүәйәттәре һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе сағылыш тапты”, – ти рәссам.
2019 йылда Башҡортостандың Рәссамдар союзы Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы грантына “Донъя халыҡтарының мифтары һәм легендалары” тигән Бөтә Рәсәй эмаль күргәҙмәһен ойошторҙо. Унда беҙҙең республиканан Азамат менән Салауат Ғиләжетдиновтарҙың, Гөлназ Иҡсанова һәм Виталий Николаевтың эштәре ҡуйылды. Әммә был экспонаттар Башҡоростанда эшләнмәгән, уларҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән алып килгәйнеләр. Шуға күрә лә Милли музейҙа урынлаштырылған күргәҙмә республикабыҙҙа һынлы сәнғәттең был төрө үҫешендә яңы бүлек буласаҡ.
Сығанаҡ: www.bashinform.ru/news/...