Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2025, 12:00

Тыуған көнөң менән, Сәғиҙулушка!

Әлбиттә, ул хәтлем үк идеаль кеше түгелмен. Гонаһтарым бар, һәр кеше лә гонаһлы бала инде...

Тыуған көнөң менән, Сәғиҙулушка!Тыуған көнөң менән, Сәғиҙулушка!
Тыуған көнөң менән, Сәғиҙулушка!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегеттең ғаиләһендә икеләтә байрам – үҙенең һәм тормош иптәшенең тыуған көндәре. Ошо айҡанлы Сәғиҙулла социаль селтәрҙәге төркөмөндә тыуған көнө айҡанлы “Тыуған көнөң менән, Сәғиҙуллушка!” тип бик хисле фекерен һалған.

– Тыуған көн, күңелгә һәйбәт. Әлбиттә, ул хәтлем үк идеаль кеше түгелмен. Гонаһтарым бар, һәр кеше лә гонаһлы бала инде. Әммә барыбер был донъяла йәшәйһең, нисектер ҡыуанаһың, хаталанаһың, хатаңды төҙәтәһең, ғәфү үтенәһең, яңынан хаталанаһың... Кешенең тормошо, булмышы шулай. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым, туғандарым! Бөгөнгө көндә кем ҡотлай, мине ярата – рәхмәт! Кемдәр мине яратмай, һеҙгә лә рәхмәт, сөнки тормош шулай. Дауам итәбеҙ, йәшәйбеҙ Алла бирһә. Һуғыш-афәттәр үтеп китһен, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына ҡайтһын, йәшәү ғүмерҙәрен дауам итәйек. Атай-әсәйҙәребеҙ, яҡындарыбыҙ, балаларыбыҙ көтөп торһон. Һау булайыҡ, сәләмәт булайыҡ. Рәхмәт булғанығыҙ өсөн, дуҫтар! – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты артист.

Шулай уҡ ул тормош иптәше Айгөлгә лә матур теләктәрен еткергән:

“Аҡыллым, матурым, яратҡаным, һөйөклөм - Айгөлөм! Бөгөн һинең күркәм юбилейың. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, балаларыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йылдар буйына, ошо ғына килеш ҡулға ҡул тотоношоп йәшәргә насип булһын!”.

Беҙҙә Сәғиҙулланы һәм уның хәләл ефете Айгөлдө тыуған көндәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бәхетле, матур, башҡорт рухлы ғаилә булып ҡалығыҙ!

Фото: Сәғиҙулла Байегеттең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас