Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2025, 10:00

Кеше тапатып, төрмәгә эләккәйне...

Тиҙҙән Ефремов иреккә сыға һәм көнөнә 2,5 миллион аҡса эшләйәсәк, тиҙәр...

Кеше тапатып, төрмәгә эләккәйне...Кеше тапатып, төрмәгә эләккәйне...
Кеше тапатып, төрмәгә эләккәйне...

Актер Михаил Ефремов 9 апрелдә колониянан сығасаҡ һәм шунда уҡ дауаланыуға китергә уйлай, тип хәбәр иткән адвокаты Юрий Падалко. 

Социаль селтәрҙә актер Михаил Ефремовтың тиҙҙән иреккә сығыуы һәм май айында киноға төшәсәге тураһында хәбәр таралды. Бер кино төшөрөү көнө 2,5 миллион тип баһаланған.

Был хаҡта продюсер Евгений Морозов "Комсомольская правда"ға биргән интервьюһында һөйләгән:

- Мишаның беренсе төшөрөү көнө май айында буласаҡ. Ефремовҡа гонорар билдәләнгән инде – бер көнө 2 млн 500 мең һум. Был – иң юғары сумма түләнә торған Рәсәй актерҙары Дмитрий Нагиев һәм Сергей Буруновтыҡына ҡарағанда ла күберәк. Уларҙың ставкаһы  - көнөнә 1 млн 200 мең һум. Ә Мишаныҡы - ике миллиондан артыҡ, — ти продюсер.
Фото: телеграм
 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас