Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Апрель 2025, 11:00

Ay Yola төркөмө нисә һумға сығыш яһай?

Һеҙ уларҙы юбилейығыҙға йә башҡа сарағыҙға саҡыра алаһығыҙ. Был хеҙмәттең тейешле хаҡы ла бар.

Ay Yola төркөмө нисә һумға сығыш яһай?Ay Yola төркөмө нисә һумға сығыш яһай?
Ay Yola төркөмө нисә һумға сығыш яһай?

Ҡапыл ҙур популярлыҡ яулаған Ay Yola башҡорт төркөмө шәхси байрамдарҙа сығыш яһай башлаған. Бының өсөн улар 700 мең һум аҡса һорай. Уларҙың программаһы ярты сәғәт дауам итә һәм унда алты йыр инә. Был турала SHOT телеграм-каналы хәбәр итә.

Әлегә төркөмдөң райдеры юҡ. Әгәр сығыш икенсе ҡалала икән, йондоҙҙар самолетта осоуҙо һәм дүрт йондоҙлонан түбәнерәк булмаған ҡунаҡхана өсөн түләүҙе һорай.

Төркөмгә билдәлелекте “Урал батыр” эпосы мотивтары буйынса яҙылған “Һомай” йыры килтерҙе. Хит донъя чарттарында хатта Леди Гаганы үтеп киткән, ә видеолары социаль селтәрҙәрҙә миллионлаған ҡарауҙар йыя.

Беҙ башҡорт артистары өсөн бик шатбыҙ. Әгәр Урал-батыр һәм Һомай тураһындағы йырҙы тыңлар өсөн миллион һумға яҡын аҡса түләргә әҙерҙәр икән – был ғорурлыҡ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас