Ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың дәртле булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ! Ниндәй генә байрамдар үткәрмәй улар, үҙҙәре лә әллә күпме саралар уйлап ҡына тора.
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының иң төпкөл Аҡъюл ауылында “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” тигән байрам үткән.
"Иртә менән ҡыҙҙар Зәим шишмәһенән көйәнтәләп һыу алып ҡайттф. Инәй - апайҙар шишмә һыуын ҡойоп, самауырҙарға ут һалды. Аҙаҡ "Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” - тип самауыр артында күңелле мәҙәктәр, самауырға бәйле хәтирәләр, йыр - моң, милли ризыҡтар менән сәй артында байрам дауам итте. Байрам булғас бәйгеһе лә була. Хужабикәләр араһында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу йолаһы, милли ризыҡтарҙы әҙерләү, самауырҙы таҙартыу оҫталығы буйынса, ҡунаҡтарҙы йырлап һыйлау кеүек конкурстарҙа еңеүселәр билдәләнде.
Әйткәндәй, сара ойошторолған Фазылйән һәм Фәнүзә Ишемғоловтарҙың бәләкәй йортонда тарихҡа ҡалып барған урындыҡ та һаҡланған, һуғылған балаҫ, буй, арҡыры түшәктәр түшәлеп ҡуйылған урындыҡ һәр кемдең күңеленә йылылыҡ, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөргәндер.
Конкурста Ишемғолова Ләйсән - "Ҡомартҡы самауыр”, Ибраһимова Бүләкбикә - “Боронғо самауыр”, Байғужина Зөлфирә - “Ҡәйнәм самауыры”, Ишемғолова Зөлфиә - ”Заман самауыры”, Ишемғолова Фәнүзә - “Байрам самауыры”, Кужина Земфира "Сувенир " самауыр номиницияларында эйә булдылар.
Самауырҙар боронғобоҙҙо ла, бөгөнгөбөҙҙө лә, киләсәгебеҙҙе лә маҡтап йырлаһын, янына ҡунаҡсыл милләттәштәрен йыйһын!"- тип яҙған сараны ойоштороусылар.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа самауырға бәйле ниндәй байрамдар үткәрелә?
Фото һәм сығанаҡ: "Аҡъюл ауылы төркөмөнән