Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2025, 15:00

Һуғыш һалған һағыш...

Талха Ғиниәтуллиндың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөрөҫлөк менән тулы әҫәрҙәре республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең һәм хатта донъя әҙәбиәтенең дә мөһим мираҫы булып ҡала.

Һуғыш һалған һағыш...Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. “Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе һалдат образын һүрәтләүҙәге роле” тип аталған халыҡ-ара конференцияһын Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо һәм ул, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау йылы сиктәрендә, Талха Ғиниәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Сара халыҡ яҙыусыһының шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре, наградалары һәм башҡа уникаль экспонаттары менән тулыланған “Һуғыш һалған һағыш” тип аталған  күргәҙмәне асыуҙан башланды.

Ә иһә был даталар беҙҙең илебеҙҙең, республикабыҙҙың әҙәби-мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға булып тора. Талантлы яҙыусының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр рухын, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы халыҡтың тормошон сағылдырған ижады Башҡортостан һәм Бөтә Рәсәй әҙәбиәтендә лайыҡлы урын биләп тора. Шуға ла сараны ойоштороусылар ул дәһшәтле йылдарҙа халҡыбыҙҙың фиҙакәрлегенә, батырлығына хөрмәт күрһәтеү һәм хәтерҙең мәңгелек булыуын, мөһимлеген һәм ветерандарға рәхмәтле булыуыбыҙҙы билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған да инде.  

Конференцияла Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре, ғалимдәр, яҙыусының әҫәрҙәре буйынса айырым мәҡәләләр яҙған, үҙҙәренең монографияларында телгә алған Яҙыусылар союзы ағзалары, шәхсән яҙыусының әҫәрҙәрен тәржемә иткән шәхестәр, шулай уҡ яҙыусы тере ваҡытта уның менән яҡындан аралашҡан яҡташтары, Өфөнөң юғары уҡыу йорттары студенттары, театр актерҙары, гимназия уҡыусылары, “Китап” нәшриәте ҡатнашты. Конференцияла шулай уҡ Үзбәкстандан, Пермь крайынан, Свердловск өлкәһенән һәм Екатеринбургтан ҡатнашыусылар онлайн бәйләнешкә сығып был сара тураһында яҡшы теләктәрен еткерһә, Белоруссияның Франциск Скорин исемендәге Гомель дәүләт университетының рус һәм донъя әҙәбиәте кафедраһы мөдире Иван Афанасьев башҡорт яҙыусыһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашып уның ижадына баһа биреп үтте.

Бөгөнгө сара бағышланған ике юбилей датаһы ла осраҡлы түгел һымаҡ, сөнки тап әлеге ваҡытта илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап махсус хәрби операция бара. Ошоға бәйләп, ижадташ дуҫы, ҡәләмдәше Әмир Әминев яҙыусының әҫәрҙәрендәге яугир-һалдат образының бөгөн дә көнүҙәк икәнен билдәләп үтте.

Әйткәндәй, Башҡортостанға Мәскәүҙән яҙыусының ейәнсәре Мария ла видеосәләм ебәргән ине һәм ул олатаһы менән тыуған яҡтарында үткән бала сағы һәм тап башҡорт рухиәте менән һуғарылған иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Артабан инде башҡа ҡатнашыусылар ҙа авторҙың ижади мираҫы һәм уның әҙәбиәткә индергән өлөшө хаҡында сығыш яһаны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Талха Ғиниәтуллин – Аксаков исемендәге әҙәби премия лауреаты, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Уның Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөрөҫлөк менән тулы әҫәрҙәре республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең һәм хатта донъя әҙәбиәтенең дә мөһим мираҫы булып ҡала.

Сара тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡығыҙ, дуҫтар!

Автор фотолары.

Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Һуғыш һалған һағыш...
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас