Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Апрель 2025, 16:30

Айҙар Ғәлимовтың әсәһенә арналған бер йыры

Ғаиләбеҙҙә йыр-моң яраттылар, өйөбөҙҙә һәр саҡ музыка уйнап торор ине, тип хәтерләй йырсы... 

Айҙар Ғәлимовтың әсәһенә арналған бер йырыАйҙар Ғәлимовтың әсәһенә арналған бер йыры
Айҙар Ғәлимовтың әсәһенә арналған бер йыры

Бер аҙна элек Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Айҙар Ғәлимов ҡәҙерле кешеһен – әсәһен юғалтыуы тураһында хәбәр иткәйне. Әле интернет селтәрендә йырсының һөйөклө әсәһенә арналған ошо йырына төшөрөлгән видеояҙма менән уртаҡлаштылар. Унда яратҡан йырсыбыҙҙың йәш сағын, тыуған йортон һәм яҡын кешеләрен күрәбеҙ.

Айҙар Ғәлимовтың әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән. Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләгән. Тормош иптәше Минниғәни Бәхтиғәни улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

“Беҙҙең өйҙән йыр-моң өҙөлмәне. Атай тальян-гармунда һыҙҙырып уйнай ине, ә әсәйем матур йырлай ине. Әсәйемдең әсәһе лә матур йырланы, уларҙың тауышын яҙҙырып өлгөрмәүемә  үкенәм. Бынан тыш, атай-әсәйем халыҡ театрҙарында сығыш яһай торғайны. Шуға күрә минең ижад юлын һайлауым осраҡлы хәл булманы”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан йырсы бер интервьюһында.

Видео һәм фото: t.me/tatar_estrada

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас