Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Апрель 2025, 10:25

"Бында үҙебеҙҙе өйҙәге һымаҡ тоябыҙ"

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Мәскәүҙәге сығышының әһәмиәте, республикабыҙ етәкселегенең ярҙамы, киләсәккә ниәттәр тураһында һөйләне.

"Бында үҙебеҙҙе өйҙәге һымаҡ тоябыҙ""Бында үҙебеҙҙе өйҙәге һымаҡ тоябыҙ"
"Бында үҙебеҙҙе өйҙәге һымаҡ тоябыҙ"

Башҡортостан мәҙәниәте яңы уңыштарға өлгәшеүен дауам итә. 8 апрелдә Мәскәүҙә Ҙур театр сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының “Рахманинов. Ғүмер оҙонлоғондағы симфония” тип аталған балет спектакленең ҙур уңыш менән үтеүе хаҡында яҙғайныҡ. Тамашасылар араһында Рәсәй спорты, сәнғәте йондоҙҙары, дәүләт эшмәкәрҙәре лә булды һәм тамаша аҙағынан Башҡортостан журналистарына һоҡланыулы комментарийҙар бирҙе.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Мәскәүҙәге сығыштың мөһимлеге, әһәмиәте, республикабыҙ етәкселегенең ярҙамы, киләһе ниәттәр тураһында фекерҙәрен уртаҡлашты.

– Республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан профессиональ сәнғәте илебеҙҙең иң яҡшы сәхнәләрендә ҡуйылырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы. Ҙур театрҙағы беренсе сығыш 2020 йылда “Аттила” операһын ҡуйыу булды. Унда күренекле яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов төп партияны башҡарҙы. Иң яҡшы артистар ҡатнашҡан иң һәйбәт сәхнә әҫәрҙәренең Башҡортостандан ситтә лә йөрәгендә Башҡортостанды йөрөткән, уны хәстәрләгән кешеләрҙе йыйырлыҡ ваҡиға була алғанын аңланыҡ. Шуның менән бер рәттән, илебеҙҙең төп профессиональ, академик сәхнәһендә сығыш яһау беҙҙең конкурентлылыҡты ла күрһәтергә булышлыҡ итә.

Театрыбыҙ һәр саҡ эҙләнә. Яңы, әһәмиәтле тамашаларға республика тарафынан аҡсалата ярҙам бүленә. Иң яҡшы спектаклдәр Мәскәүҙә күрһәтелә. “Рахманинов. Ғүмер оҙонлоғондағы симфония” балетын алып килеү ҙә осраҡлы түгел. Ул бөйөк рус композиторы, пианист һәм дирижер Сергей Рахманинов менән бөйөк рус опера йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 тулыуға, ике күренекле сәнғәт эшмәкәренең күп йыллыҡ дуҫлығына арналды. Шаляпин - республикабыҙ өсөн үҙ кеше, сөнки ул оло сәнғәткә юлын Өфөлә башлаған.

Балет дүрт номинацияла Рәсәйҙең “Алтын битлек” милли театр премияһына дәғүә итә. Был да уның сифаты, уңышлы булыуы тураһында күпте һөйләй.

– Республика етәкселеге, Радий Фәрит улы театрға һәм артистарға ҙур булышлыҡ күрһәтә. Башҡортостан театры сығышын ҡарарға килеүселәр йылдан-йыл арта бара. Әлеге спектаклгә килгән тамашасылар һаны айырыуса күп, һәм был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.

Башҡорт театры илебеҙҙең төп сәхнәһендә алыҫ 1955 йылда бик уңышлы сығыш яһаған, ҡабатлап килеү 45 йылдан һуң ғына – 2020 йылда тормошҡа ашты һәм уңышлы дауам итә. “Рахманинов...” балетынан тыш, “Ай тотолған төндә” операһы ла “Алтын битлек”кә күп номинацияларҙа дәғүә итә.

Атап кителгән әҫәрҙәрҙән башҡа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының яңы ҡуйылған спектаклдәре араһында “Ете ҡыҙ” балеты ла бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һайлап алырлыҡ тамашалар күп, пландар ҙа бихисап.

Мәскәү тамашасыһы беҙҙең спектаклдәрҙе түҙемһеҙлек меннә көтөп ала, тине Әминә Ивний ҡыҙы.

– Башҡортостан сәнғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Федераль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре лә Башҡортостан театрының ҡаҙаныштары тураһында хәбәрҙар, шуға әлеге спектаклде килеп ҡарарға теләүселәр бик күп.

Әминә Шафиҡова Ҙур театрҙың генераль директоры Валерий Гергиевҡа гастролдәрҙе ойоштороуға булышлыҡ күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. “Ул тотош театрҙы беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырҙы, бында үҙебеҙҙе өйҙәге һымаҡ тоябыҙ. Был да республикабыҙға булған хөрмәт, ышаныс билгеһе”, – тине ул.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас