Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Апрель 2025, 07:32

Ay Yola төркөмөнә лайыҡлы бүләк!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төркөм ағзаларына “халыҡ” һәм “атҡаҙанған” исемдәре бирҙе.   

Ay Yola төркөмөнә лайыҡлы бүләк!Ay Yola төркөмөнә лайыҡлы бүләк!
Ay Yola төркөмөнә лайыҡлы бүләк!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ay Yola төркөмө музыканттарына юғары исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте.

– Республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға булды. Өфөнән “Ay Yola” этномузыкаль төркөмө “Һомай” хиты менән тиҙ арала донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе урынға сыҡты, — тине Радий Хәбиров. – Был бик яҡшы, миңә таныштар уларҙың клиптарын, яңылыҡтарын ебәреп тора. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ҡотлайым һәм рәхмәт белдерәм.

Юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн артистарға маҡтаулы исемдәр бирергә ҡарар ителде: Ринат Рамаҙановҡа — “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Адель менән Руслан Шәйхетдиновтарға - "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы".

Яҡташтарыбыҙ өсөн бик шатбыҙ! Уларҙы юғары һәм лайыҡлы исемдәре менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас