Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Апрель 2025, 17:40

Никита һигеҙ телдә йырлай!

"Башҡортса нисек йырланым?" тип һорай ул һеҙҙән. Ә беҙ талантлы рус егете менән яҡындан таныштырабыҙ.

Никита һигеҙ телдә йырлай!Никита һигеҙ телдә йырлай!
Никита һигеҙ телдә йырлай!

Никита Поливин – Өфө егете, баш ҡалалағы 3-сө балалар сәнғәт мәктәбендә эстрада йыры буйынса уҡытыусы, үҙе лә йырсы һәм алып барыусы. Ул бала саҡтан йыр сәнғәтенә тартыла, ә бөгөн инде һигеҙ (!) телдә йырлай.

Күптән түгел Никита “Звезда” телеканалында үткән халыҡ-ара телевизион конкурста ҡатнашҡан. Май айында ул төшкән тапшырыу эфирға сығырға тейеш. Әгәр тапшырыуҙан һуң тауыш биреү һөҙөмтәләре яҡшы булһа, Өфө егетенең финалға үтеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

“Башҡортса “Мөхәббәтем” йырын башҡарып, видео ҡуйғас, үҙемдең сәхифәмдә ҡараусы, хуплаусы артыҡ күп булманы, ә бына башҡорт төркөмдәренә таралып киткәйне, кешеләрҙең шул тиклем яратып ҡабул итеүен күреп, үҙем дә аптыраным һәм, әлбиттә, ҡыуандым. Башҡортса, татарса йырларға яратам. Йырҙың һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлап, һәр өндө дөрөҫ әйтеп йырларға тырышам”, – ти Никита Поливин.

Бына шундай талант йәшәй баш ҡалабыҙ Өфөлә. Беҙ уға бар йәһәттән уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм видео: Никита Поливиндан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас