30 майҙан алып 1 июнгә ҡәҙәр Өфөлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы буйынса III Халыҡ-ара Китап байрамы уҙғарыла. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу нәшриәт китап йәрминкәһендә ҡатнашырға теләк белдергән. Күләмле сарала билдәле яҙыусылар, авторҙар, федераль спикерҙар, власть вәкилдәре һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнаша.
Китап байрамы саралары төп өс ерҙә – Совет майҙаны, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла барасаҡ.
Байрам программаһы:
30 май. “Батырлыҡ тураһында һүҙ”: Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаһы. Яҙыусылар йортон асыу, “Илем яҙмышында һуғыш” күргәҙмәһе, Армия мәҙәниәте көндәре менән таныштырыу сараһы, спектаклдәр, концерттар, О. Рой, Е.Водолазкин һәм С. Лобанов менән осрашыу.
31 май. “Мәңгелек тураһында һүҙ”: классик әҙәбиәт. “Династиялар” спектакле. Унда билдәле Рәсәй артистары ҡатнаша.
1 июнь. “Киләсәк тураһында һүҙ”: Балаларҙы яҡлау көнө. Балалар хоры сығышы, А.Усачев менән осрашыу, С.Маршак әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр, “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсы һөҙөмтәләре.
Китап йәрминкәһе барышында тематик майҙансыҡтар эшләүе лә күҙаллана. Улар әҙәбиәт, театр, һаулыҡ һаҡлау, туризмға арнала; балалар һәм йәштәр өсөн зоналар була; “Урал батыр ерендә йыл китабы” конкурсының һөҙөмтәләре иғлан ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Китап байрамы 2023 йылда үткәрелә башланы һәм Башҡортостандың мөһим мәҙәни ваҡиғалары иҫәбенә инде. Икенсе йәрминкәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙең 18 субъектынан һәм ете илдән килде, сараларҙы 170 меңдән ашыу кеше ҡараны. Унда сауҙа рекорды ла теркәлде – 73 меңдән артыҡ китап һатылды.
Фото: mgazeta.com