Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2025, 05:00

“Һомай”ҙы Йәнбикә лә йырланы

“Бөтә илдәр йырлай, беҙ ҙә йырлап ҡарайыҡ”, - тип яҙҙы ул. 

“Һомай”ҙы Йәнбикә лә йырланы“Һомай”ҙы Йәнбикә лә йырланы
“Һомай”ҙы Йәнбикә лә йырланы

Интернетта моңло тауышы менән күптәрҙең күңелен яулаған Йәнбикә Хәсәнова үҙенең тыңлаусыларына “AY YOLA” (“Әй Йола”) төркөмө башҡарыуында донъя кимәлендәге хитҡа әйләнгән “Һомай” йырын тәҡдим итте.

“Бөтә илдәр йырлай, беҙ ҙә йырлап ҡарайыҡ”, - тип яҙҙы ул. Һеҙгә оҡшаймы? Беҙҙеңсә, бик матур килеп сыҡҡан! 

Белеүебеҙсә, Йәнбикә Хәсәнова Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылынан. Әле йырсы ҡыҙ ғаиләһе менән Тобольск ҡалаһында йәшәй. Улы Рөстәм дә матур йырлай, гитарала уйнай.

Фото һәм видео: Йәнбикә Хәсәнованың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас