2020 йылдан башлап тыуған республикабыҙ халыҡтары Милли кейем көнөн билдәләй. Ул төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлауға, тарихына иғтибар биреүгә йүнәлтелгән.
Байрам йылына ике тапҡыр үткәрелә – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Быйылғы тәүге Милли кейем көнө 18 апрелгә тура килә.
Байрам көнөндә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән алдынғы мәҙәниәт ойошмалары төрлө ҡыҙыҡлы һәм бай эстәлекле саралар үткәрә. Оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, осрашыуҙар һәм башҡалар республикабыҙ халҡын бер тулҡынға көйләр.
Ә һеҙ Милли кейем көнөн ҡаршыларға әҙерме?
Фото - "Башҡортостан" гәзите фондынан. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.