

Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт булышлығы штабында Милли кейем көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге (РХИҮ) һәм Мәҙәниәт министрлығы ойошторҙо.
Фекер алышыу сараһын РХИҮ директоры Салауат Кирәев асты. Ул халыҡтың үҙаңы формалашыуҙа тап милли кейемдең мөһим урын алып тороуын билдәләне.
– Беҙ бөтә милләт вәкилдәре менән дә эшләйбеҙ, һәр милли кейемдең бар үҙенсәлектәрен дә өйрәнергә тырышабыҙ. Әле фин-уғыр халыҡтарының кейемен өйрәнәбеҙ, конкурс иғлан итергә лә йыйынабыҙ, – тип белдерҙе ул.
Түңәрәк өҫтәл артында милли этнография, тарихи өлгөләрҙе тергеҙеү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән белгестәр, милли кейем оҫталары йыйылғайны.
Р.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты аспиранты Альберт Мәхмүдов башҡорт милли кейеменең үҫеше, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары образының XIX быуат күргәҙмәләрендә ниндәй сағылыш алыуы тураһында бәйән итте. Йәш ғалим, башҡорт милли кейеме һәм аксессуарҙары үҫешенең уникаль яҡтары хаҡында һөйләгәндә, уларға тарихи ваҡиғаларҙың ниндәй йоғонто яһағанын, быуындар күсәгилешлегенең ролен дә билдәләне.
Тарихи костюмдарҙы реконструкциялау оҫтаһы Алексей Шумакаев XVII быуаттың икенсе яртыһындағы рус милли кейеме тураһында һүҙ тотто. Ул тегеү техникаһын, туҡымаларҙы һәм биҙәүестәрҙе өйрәнеүгә, быны нисек итеп заманса кейем өлгөләренә өҫтәүгә айырым туҡталды.
“Эрвий” сигеү үҙәге етәксеһе Людмила Матюшина мари халҡы милли кейеменең рухи мәғәнәһе, ғәмәлдә ҡулланыуҙағы мөһимлеге тураһында сығыш яһаны. Ул мәҙәниәт менән көнкүрештең бер-береһенә тығыҙ бәйле икәнен дәлилләне.
Татарстан Фәндәр академияһының Ш. Мәржәни исемендәге Тарих институты вәкиле Динә Ғатина-Шафиҡова сығышын XIX быуатта татар ҡатын-ҡыҙҙар кейемендәге үҙгәрештәргә бағышланы. Ул быға социомәҙәни ваҡиғаларҙың һәм Көнбайыш йоғонтоһоноң да сәбәпсе икәнен асыҡланы.
Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре – Гөлгөнә Баймырҙина һәм милли кейем оҫтаһы булараҡ та танылған Юлай Ғәлиуллиндың сығыштары айырым иғтибар йәлеп итте, сөнки улар “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы менән таныштырҙы.
Фекер алышыу, сығыштарҙы тыңлау дуҫтарса йылы мөхиттә барҙы. Сара һуңында БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Был түңәрәк өҫтәл милли кейем белгестәре менән оҫталарға белем уртаҡлашыу, фекер туплау өсөн бик яҡшы майҙан булды. Ул һәр ҡатнашыусыға үҙен бер ҙур уртаҡ ғәмәлдең – милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм таратыуҙың мөһим өлөшө тип тойорға мөмкинлек бирҙе, ышаныс өҫтәне.
Милли кейем ул кейем генә түгел, ә төрлө халыҡтарҙы рухи яҡтан берләштереүсе сығанаҡ та. Үҙ халҡыңа, туған мәҙәниәтеңә хөрмәт менән ҡарау илһөйәрлек тойғоһон да үҫтерә, киләһе быуындар алдында яуаплылыҡ та өҫтәй.
Сара тамамланғас, ҡатнашыусылар Салауат батыр һәйкәле янындағы майҙанға байрамға йүнәлде. Бында уларҙы йыр-бейеү, милли уйындар көтә ине.
Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.