

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре барышында Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейында булды. Учреждение директоры Зилә Садиҡова һөйләүенсә, музей 1965 йылда тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булараҡ ойошторола. 1985 йылдан алып ул Башҡортостан Милли музейының филиалы иҫәпләнә. 1991 йылда архитектор Александр Клемент проекты буйынса “БНЗС” тресы идарасыһы Михаил Старцев етәкселегендә музейҙың айырым бинаһы төҙөлә. Был хеҙмәттәре өсөн улар Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
2020 йылда бинаның ҡыйығы дауыл арҡаһына зыян күрә һәм ул әле авария хәлендә. Бина ла ремонтҡа мохтаж.
Башҡортостан Башлығы милли батырыбыҙҙың мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
–Тәүге мәсьәләне хәл иттек. Халыҡ шағирының тыуған төйәгендә “Салауат ере” тарихи-мәҙәниәт комплексын астыҡ. Проект уңышлы булды, тип иҫәпләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Унда 42 меңдән ашыу кеше булды ла инде. Әлбиттә, ул артабан үҫтереүҙе талап итә.
Икенсе бурыс – Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау. Етәксе билдәләүенсә, ике йыл әҙерлек мәлендә белгестәр ҙур интеллектуаль, техник эш күләмен башҡарҙы. Финанс сығанаҡтары билдәләнгән. Башҡортостан Башлығы реставрацияны үткәреү срогы һәм эш нескәлектәре тураһында май байрамдарынан һуң һөйләйәсәген белдерҙе.
– Өсөнсө бурыс – Салауат Юлаев музейын яңыртыу. Беҙ уға яңы һулыш бирергә тейешбеҙ. Барыһынан да элек капиталь ремонт яһарға кәрәк – ҡыйыҡтан аҡмаһын, йылы булһын, тирә-яғын тәртипкә килтереү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, эске йөкмәткеһе ҙур әһәмиәткә эйә. Экспозицияның хәҙерге торошо заманса музей технологияларына яуап бирмәй. Музейҙы ысын мәғәнәһендә килеүселәргә ҡыҙыҡлы итеү өсөн беҙгә ҙур эш башҡарырға кәрәк. Ул “Янғантау” геопаркының мөһим өлөшө һәм иғтибарҙы тартыу үҙәге булырға тейеш.
Кәңәшмәлә шулай уҡ музейҙы үҙгәртеп ҡороу этаптары һәм экспозицияларҙы яңыртыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу үтте.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, музей концепцияһы тарихи мәғлүмәттәргә яуап бирергә һәм ғилми совет тарафынан хупланырға тейеш. Ул экспозицияла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың хәрби юлын сағылдырыу тәҡдимен хупланы. 2025 йылдың аҙағына тиклем Салауат Юлаев музейының экспозицияларын яңыртыу концепцияһы әҙер булырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.