Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Апрель 2025, 18:30

Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта

18 – 20 апрель арауығында дауам иткән гастроль туры “Ҙур гастролдәр” проектына ярашлы ойошторола. 

Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡтаӨфөлә Дағстан театры ҡунаҡта
Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Алимпаша Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театры гастролдәре бара. Ҡәрҙәштәребеҙ “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә сығыш яһай.

18 – 20 апрель арауығында дауам иткән гастроль туры “Ҙур гастролдәр” проектына ярашлы ойошторола. Был башланғыс РФ Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы “РОСКОНЦЕРТ” тарафынан тормошҡа ашырыла.

Ҡумыҡ театры 18 апрелдә Ғәмид Рөстәмовтың «Йөрәк теләһә» музыкаль комедияһын (режиссеры – Ислам Казиев), 19 апрелдә Федерико Гарсиа Лорканың «Ҡанлы туй» драмаһын (режиссеры – Гиви Вәлиев) ҡуйҙы, ә иртәгә, 20 апрелдә,  Авксентий Цагарели пьесаһы буйынса “Ханума” музыкаль комедияһын (режиссеры – Дмитрий Павлов) тәҡдим итәсәктәр. Шулай уҡ театр коллективы бәләкәй һәм йәш өфөләргә бүләк рәүешендә “Маугли һәм Лия” спектаклен алып килгән.

Алимпаша Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театры һәм Өфө “Нур” татар дәүләт театры вәкилдәре журналистар менән осрашып, был гастроль турының ни сәбәпле, ниндәй маҡсатта үткәрелеүе тураһында һөйләне.

Ҡумыҡ театры директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Скандарбәк Толпаров “Быйыл Алимпаша Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театры үҙенең 95 йыллығын билдәләй. Был ҙур ваҡиға, беҙ уны уртаҡлашырға теләйбеҙ”, – тип билдәләне. Скандарбәк Даниял улы әйтеүенсә, ысынында ҡумыҡ театрының 100 йыллыҡ тарихы бар. Әйткәндәй, улар Башҡортостан сәхнәһендә быға тиклем дә сығыш яһағаны бар, мәҫәлән, 1991 йылда “Туғанлыҡ” театр фестивалендә ҡунаҡ булараҡ ҡатнашҡандар. 

– Дағстан – ныҡ театр яратҡан республика. Беҙҙә 12 дәүләт, 30 халыҡ театры бар. Һигеҙ театр Дағстанды төйәк иткән халыҡтарҙың милли телендә ижад итә. Беҙҙең ҡумыҡ театрының да тоғро тамашасыһы бар. Мәҫәлән, һеҙгә алып килгән “Йөрәк теләһә” (ҡумыҡ телендә “Юрек сюйсе” - автор) спектакле 70 йыл самаһы сәхнәнән төшмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны ҡасан, нисә тапҡыр уйнаһаҡ та, тулы зал йыйыла, - тине Скандарбәк Даниял улы.

Алимпаша Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театрының данлыҡлы актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Европа кимәлендә Гран-при яулаусы Имам Акаутдинов актер һөнәрен нисек һайлауы, уның үҙенсәлектәре һәм нескәлектәре тураһында бәйән итте.

– Беҙ ролдәр менән йәшәйбеҙ. Үҙеңә тап килгән ролде табыу – ҙур бәхет ул, – тине актер.

Өфө “Нур” татар дәүләт театры директоры, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирзәт Ғәбиҙуллин, театрҙың әҙәби-дараматургия өлөшө етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлнур Заһиҙуллина һәм сараны алып барыусы – махсус проекттар буйынса менеджер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Динә Дәүләтшина сәнғәт усағының яңылыҡтары тураһында әйтеп үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙ-ара аралашыу, гатролдәргә йөрөү, шуның менән бергә үҫеш өсөн мөмкинлектәр биргән “Ҙур гастролдәр” проектына, уны тормошҡа ашырған “РОСКОНЦЕРТ” ҡа ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.

18 апрелдә, спектакль башланыр алдынан сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ынйы Вернигора, Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театры директоры Скандарбәк Толпаров сығыш яһаны. Ынйы Таксилевна Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Шамил улы Бадрановтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Ул тамашасыларҙы ошо матур ваҡиға менән ҡотланы һәм ҡунаҡтарға ижади уңыштар теләне.

“Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигәндәй, “Ҙур гастролдәр” проектына ярашлы, сентябрь айында Өфө “Нур” татар дәүләт театры коллективы Дағстанға гастроль турына йыйына. 

Фотолар: kulturarb.ru һәм авторҙыҡы. 

Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта
Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта
Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта
Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта
Өфөлә Дағстан театры ҡунаҡта
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас