Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Апреля 2025, 16:20

Дағстан театрының гастролдәре гөрләп үтте

"Был өс көн өсөн һеҙгә рәхмәт! Барыһы да иҫ киткес булды. Беҙ сентябрҙә һеҙгә килергә вәғәҙә итәбеҙ. Осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ", – тине «Нур» театры директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин. 

Дағстан театрының гастролдәре гөрләп үттеДағстан театрының гастролдәре гөрләп үтте
Дағстан театрының гастролдәре гөрләп үтте

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы нигеҙендә “РОСКОНЦЕРТ” федераль дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы тарафынан ойошторолған Алимпаша Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театрының «Ҙур гастролдәре» тамамланды. Ҡәрҙәштәребеҙ үҙҙәренең ижади мөмкинлектәрен тулыһынса күрһәтерлек төрлө пландағы спектаклдәр алып килгән ине.

Гастролдәрҙе рәсми ябыу көнөндә тамашасыларға Авксентий Цагарелиҙың пьесаһы буйынса «Ханума» музыкаль комедияһы күрһәтелде (режиссеры – Дмитрий Павлов). Спектакль ҡумыҡ телендә барҙы, тамашасыларға синхрон тәржемә ителде.

Спектаклдән һуң тәбрик һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин сығыш яһаны.

- Иҫ киткес гастролдәр ойошторғанығыҙ өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы исеменән рәхмәт белдергем килә. Был өс көн онотолмаҫлыҡ яҡты хистәр менән туп-тулы булды. Кисерештәрегеҙ, сағыу сығыштарығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Ринат Рәшит улы һәм коллективҡа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән Рәхмәт ҡатын тапшырҙы.

Шулай уҡ Ҡумыҡ театры коллективына Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Агарагим Кагиргажиев (уның өсөн Дағстан тарихи тыуған ил дә) йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, киләсәктә ижади уңыштар теләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһын ойоштороусы Ринат Күлтоманов та изге теләктәрен еткерҙе.  

Фестивалдең ябылыу тантанаһының йомғаҡлау һүҙҙәрен театр етәкселәре еткерҙе.

– Был өс көн өсөн һеҙгә рәхмәт! Барыһы да иҫ киткес булды. Беҙ сентябрҙә һеҙгә килергә вәғәҙә итәбеҙ. Осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тип билдәләп үтте «Нур» театры директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин һәм Ҡумыҡ театры коллективына сәксәк һәм гастролдәрҙә ҡатнашыусы йәш артисттарға сувенирҙар бүләк итте.

Үҙ сиратында, Алимпаша Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театры директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Скандарбәк Толпаров былай тине:

– Һеҙҙең республика тамашасыларына ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Беҙ һеҙҙең мөхәббәтегеҙҙә ҡойондоҡ, һеҙҙең йылылығығыҙ беҙҙе рухландырҙы! Саҡырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына, «Нур» театры директорына рәхмәт белдерәм. Яҡташым Агарагим Кагиргаджиевҡа рәхмәт. Мин барығыҙҙы ла Дағстанға саҡырам, бигерәк тә түҙемһеҙлек менән, көндәрҙе һанап, «Нур» театрын көтәбеҙ!

"Ҙур гастролдәр" Дағстан һәм Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу буйынса мөһим ваҡиғаға әүерелде. Был – төбәктәр араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә тәжрибә һәм ижади идеялар менән уртаҡлашыуға ярҙам итә торған мөһим аҙым. Киләсәктә лә ике театр, ике республика араһында уңышлы хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡты нығытыуға өмөтләнәбеҙ. Өфө «Нур» татар дәүләт театры сентябрҙә алмаш гастролдәр менән Махачкалаға барасаҡ.

Авторы – Айгөл Юлъяҡшина.

Зарипов Эдуард фотоһүрәттәре.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас