Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Апрель 2025, 08:00

“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы

Быйыл туғыҙынсы тапҡыр үткән фестивалдә илебеҙ төбәктәренән һәм сит илдән 250 талант ҡатнашты. 

“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы

Үткән аҙнала Мәсетле районы ил, республика төбәктәренән сит илдән  иң яҡшы ҡумыҙсыларҙы һәм өзләүселәрҙе ҡабул итте. Бында Роберт Заһретдинов исемендәге “Ҡумыҙ йөрәге” төбәк-ара фестивале үтте. Хәҙер инде матур традицияға әйләнгән сара быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Был проект президент мәҙәни башланғыстар фонды, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Сараға Ҡырғыҙстандан, Алтай, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларынан, Свердловск өлкәһенән, Мәскәү, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Баҡалы, Бишбүләк, Бөрйән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ғафури, Балаҡатай, Салауат һәм Мәсетле райондарынан 250-нән ашыу талантлы башҡарыусы һәм ансамбль йыйылды.

Этнофестиваль донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Абдрахман улы Заһретдинов исемен йөрөтә. Белеүебеҙсә, ул – тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән ҡумыҙҙың ҙур мөмкинлектәрен бөтә музыка донъяһына күрһәтә алған, күп илдәрҙә башҡорт сәнғәтен танытҡан шәхес.

Фестивалдең баһалама комиссияһын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” халыҡ-ара конкурсы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкләне.

– Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр байрамының танылыу яулай барыуы ҡыуаныслы. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә, оҫталығы камиллаша. Бәйгеселәргә халыҡ ижадына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән традицияларыбыҙ һәм тарихи хәтер быуындан-быуынға тапшырыла, – тип билдәләне Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләү һүҙе менән республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сығыш яһаны. Ул Мәсетле районының ҡумыҙ сәнғәте менән ныҡлы бәйлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Был осраҡлы түгел, сөнки Рәсәйҙәге донъя кимәлендә виртуоз-ҡумыҙсы булып танылған алты кешенең  икәүһе – Башҡортостандан, улай ғына түгел, тап Мәсетле районынан”, – тип билдәләне ул. Илнур Илдар улы фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға бөйөк музыкант Роберт Заһретдинов тураһында хәтерҙе һаҡлағаны һәм уның эшен дауам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Сараның Гала-концертында иң яҡшы яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр сығыш яһаны. 16 йәшкә тиклемге солистар араһында I дәрәжә лауреат дипломына Сибай ҡалаһынан Розалина Ишйәрова лайыҡ булды. II урында – Илдан Исмәғилев (Түбәнге Тагил ҡалаһы, Свердловск өлкәһе), III урында Ғаяз Вәлиев (Бөрйән районы) билдәләнде. 16 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында I дәрәжә диплом – Алена Платоноваға (Яҡут ҡалаһы), II – Риф Аралбаевҡа (Баймаҡ районы), III дәрәжә диплом Айдай Дюшеева (Бишкәк ҡалаһы, Ҡырғыҙстан), Гөлназ Мәғзүмова (Өфө ҡалаһы) һәм Арыҫлан Садиковҡа (Дүртөйлө районы) тапшырылды. Балалар ансамблдәре араһында I дәрәжә диплом лауреаты – “Шоңҡар” ҡумыҙсылар ансамбле (Бөрйән районы), II – “Алтын Ҡуу” өлгөлө фольклор ансамбле (Алтай Республикаһы), III дәрәжә лауреаты – “Тамсыҡай” ансамбле (Мәсетле районы). Өлкән ҡумыҙсылар ансамблдәре араһында Мәсетле районының “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбле иң яҡшыһы тип табылды. II урынға – “Хазина” фольклор ансамбле (Балаҡатай районы), III урынға “Мираҫ” ғаилә ансамбле (Мәсетле районы), “Беләҙегем-йөҙөгөм” ансамбле (Өфө ҡалаһы) сыҡты.

Өзләүселәр араһында Алтай Республикаһы Алексей Топчин иң оҫтаһы булды. II урынды – Данир Мәсәлимов (Ғафури районы), III урынды Мирас Үҙәнбаев (Өфө ҡалаһы) һәм Рөстәм Ханнанов (Баҡалы районы) яуланы. Ә инде фестивалдең төп бүләгенә – Гран-приға Мәсетле районынан Азамат Зәйнетдинов лайыҡ булды.

Күп йылдар дауамында конкурс барышында матур традиция үтәлә: ҡатнашыусыларҙың береһенә фестивалдең символы – ҡумыҙ бүләк ителә. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин быйылғы фестивалдең символын Алтай Республикаһынан Алексей Топчинға тапшырҙы.

“Ҡумыҙ йөрәге” төбәк-ара фестивале барышында ижади лабораториялар ҙа үтә. Ҡатнашыусылар төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталар менән яҡындан таныша, уларҙың уйнау маһирлығын өйрәнә. Шулай уҡ фестиваль ҡунаҡтары райондың төрлө ауылдарында халыҡ менән осраша. Улар халыҡтың тарихы, көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныша, шулай уҡ үҙҙәренең милли музыка ҡоралында уйнау оҫталығы һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Быйыл Бындай осрашыуҙар Әжекәй, Теләш, Һөләймән, Яңы Мишәр, Яңы Яуыш һәм Оло Аҡа ауылдарында уҙҙы.

Фотолар: Мәсетле районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

 

“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
“Ҡумыҙ йөрәге” фестивале таланттарҙы бергә йыйҙы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас