

"Дуҫыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, илдең иң яҡшы юристарының береһе Павел Крашенинниковтың яңы китабы менән таныштырырға теләйем.
"На пути к сверхдержаве. Государство и право во время войны и мира(1939-1953)" – хәҙерге Рәсәйҙә Советтар Союзының ошондай төрҙәге дәүләт-хоҡуҡи үҫешен беренсе тапҡыр монументаль тикшереү. Китаптың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы алдынан сығыуы бер символ булып тора. Павел Владимировичтың үҙенең яңы фундаменталь хеҙмәтен тап Башҡортостанда тәҡдим итеүе беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.
Мин унда Икенсе донъя һуғышы алдынан халыҡ-ара хәлдең документаль-тикшерелгән анализын таптым. Ил һуғышҡа нисек әҙерләнгән, һуғыш ваҡытында ниндәй закондар идара иткән, Еңеүҙән һуң тергеҙеүгә күпме көс һалынған... Мин хатта ауыр, әммә мөһим дәүләт-хоҡуҡи ҡарарҙар ҡабул ителгән йылдарҙың көсөргәнешле атмосфераһын тойҙом. Был хеҙмәтте киләсәктәге һәм ғәмәлдәге юристарға һәм сәйәсмәндәргә, илебеҙҙең тарихы һәм уның киләсәге менән ҡыҙыҡһынғандарға тәҡдим итәм.
Тарихыбыҙ фальсификацияланған, Бөйөк Ватан һуғышы йомғаҡтары онотолоуға һәм яңынан ҡарауға дусар ителгән шарттарҙа тарихи хәтерҙе һаҡлау мөһим. Павел Крашенинниковтың китабы был дәүләт мәсьәләһен хәл итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә",- тип яҙған ул.
Фото Андрей Назаров сәхифәһенән.