Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Апрель 2025, 11:30

Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Бәләкәс ҡыҙ кистәрен ауылдаштары эштән ҡайтҡанда тәҙрәне асып: “Хәйерле кис, хөрмәтле тамашасылар! Концертыбыҙҙы башлайбыҙ!” – тип иғлан итә лә ҡысҡырып йырлап та ебәрә. Артабан уҡығыҙ.

Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

80-се йылдар аҙағында Бөрйәндә йәшәгән яҡын туғандарымда ҡунаҡ булған көндәрҙең береһендә район мәҙәниәт йортона концертҡа барҙыҡ. Иҫ киткес моңло тауышлы ҡыҙҙың сығышынан һуң ике туған апайыма: “Ниндәй талантлы ҡыҙ. Нишләп йырсы булырға уҡырға инмәй икән? Бындай һәләт менән профессиональ сәхнәләрҙә йырларға кәрәк бит”, – тинем һоҡланыу ҡатыш аптырауымды йәшермәй. “Ул - Өфө сәнғәт училищеһен тамамлап ҡайтҡан йырсы Әлфиә Юлсурина, Мәҙәниәт йортонда эшләй”, – тине апайым.

Йылы яҙ ҡояшы нурҙарына иркәләнеп бөтә тереклек, тәбиғәт уянған хозур мәлдә башҡорт эстрадаһының танылған йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина күркәм юбилейын билдәләй.

Күп йылдар элек һоҡланғыс йырын тыңлап хайран ҡалған Әлфиәнең сығыштары телевизорҙа күренеп, йырҙары радио тулҡындары аша яңғырай башлағас, тәү тапҡыр ишеткәндәге “был ҡыҙ ҙур сәхнәләрҙә халҡыбыҙҙы моңло тауышы менән һоҡландырһын ине” тигән ихлас теләгемдең тормошҡа ашҡанына шатлығымдың сиге булманы.

Юлдарыбыҙ Башҡорт дәүләт филармонияһында киҫеште. Вокал дәрестәрендә шөғөлләнеп, башҡа бихисап хәстәрлектәр менән янып-көйөп юбилей концертына әҙерләнеп йөрөгән сағында аҙашым менән яҡындан таныштыҡ. Үтә алсаҡ, эскерһеҙ, бай телле, тәрән фекерле, изге күңелле, һөйкөмлө Әлфиә менән әңгәмәләшеүе шундай еңел булды. Ул бөтә тормошон, ижад юлын ихлас һөйләп бирҙе. Уның тарихын берсә хафаланып, берсә ҡыуанып тыңланым. Тормош, мөхәббәт, ғаилә, йырсы яҙмышы, ижадташ дуҫтары тураһындағы асыҡтан-асыҡ бәйән иткән ваҡиғалар теҙмәһен тыңлап, фәлсәфәүи, аҡыллы фекерҙәренең һәр береһе менән килештем, танылған йырсының алдынғы ҡарашлы булыуына, ябайлығына, ихласлығына һоҡландым.

Әлфиәнең бала сағы, үҫмер йылдары Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында үтә. Әсәһе Фатима Ғәйнулла ҡыҙы бар булмышы менән халыҡ ижадына бирелгән, бик талантлы мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта, талапсан ойоштороусы: район мәҙәниәт йортоноң 13 йыл буйына алыштырғыһыҙ художество етәксеһе, тиҫтә йылдан ашыу район мәҙәниәт бүлеге мөдире. Атаһы Мырҙабулат ағай армия сафтарында хеҙмәтте Семипалатинск ҡалаһындағы ракета частәрендә үтә, хәрби һынауҙар ваҡытында радиация ала. Армиянан ҡайтып, йәштән һөйгән Фатимаһына өйләнә, матур ғаилә ҡоралар, береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙға, бер улға ғүмер бүләк итәләр. Тик һөйөп-һөйөлөп йәшәгән ир, балаларына өҙөлөп яратҡан атай булыу бәхете оҙаҡҡа бармай, 38 йәшендә генә вафат була.

Фатима апай дүрт бала менән йәшләй генә тол ҡала. Ғүмере буйы тәүге һәм мәңгелек мөхәббәтенә тоғро булып, балаларын үҫтерә. Яратҡан эшендә ең һыҙғанып, янып-көйөп ижад итә, тырышып донъя көтә. Ҡыҙҙарында, улында сәхнәгә, халыҡ йырҙарына, моңға һөйөү тәрбиәләй, балалары өсөн мәҙәниәткә фиҙакәр бирелгәнлек өлгөһө була. Районда, республикала үткән мәртәбәле сараларҙа, концерттарҙа ғаиләләре менән әүҙем ҡатнашалар, рухи яҡтан бай донъяла йәшәйҙәр.

– Әсәйем беҙҙең өсөн барыһын да эшләне, бәләкәйҙән йыр-моң, матурлыҡ мөхитендә тәрбиәләне. Энем Илшат баянда уйнай, һеңлеләрем Зөлфиә, Зилә – сәнғәт белгестәре. Әсәйем 88 йәшендә һаман да сәхнәне ташламай: йырлай, бейей, донъяһын да көтә. Аллаға шөкөр, йәштәргә биргеһеҙ,– тип һөйләй йырсы әсәһе тураһында.

Әлфиә бәләкәйҙән йырларға ярата. Кистәрен ауылдаштары эштән ҡайтҡанда тәҙрәне асып: “Хәйерле кис, хөрмәтле тамашасылар! Концертыбыҙҙы башлайбыҙ!” – тип иғлан итә лә ҡысҡырып йырлап та ебәрә. Туҡтап үҙен тыңлаған өлкәндәргә килештереп баш эйә.

– 6-сы класта уҡыған сағымда Өфөнән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһынан талантлы балаларҙы һайлап алырға комиссия килде. Әсәйем мине лә йырларға алып барҙы. Үҙемсә бик килештереп русса йырланым. Сығышым оҡшаны белгестәргә, уҡырға саҡырҙылар. Тик атайым бәләкәй ҡыҙын ситкә ебәрергә ризалыҡ бирмәне. Шул йылдарҙа уҡ уҡырға китһәм, бәлки, яҙмыш та икенсерәк булыр ине. Композитор һөнәрен һайлар инем. Ғүмер буйы хыялымда йөрөткән йырҙарымды ижад итер инем, – ти Әлфиә, бала саҡ хәтирәләре менән бүлешеп.

Урта мәктәпте тамамлағас, профессиональ сәнғәткә ынтылышы бик ҙур булһа ла, һөйгән егетен юғалтыуҙан ҡурҡып, уҡытыусы булырға ҡарар итә. Ике йыл рәттән педагогия институтына инә алмағас, районға ҡайтып, мәҙәниәт һарайында эшләй башлай.

Концерттар, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап йәшәгән көндәрҙең береһендә йырға маһир йәштәрҙе һайлап алырға Өфө сәнғәт училищеһенең вокал бүлеге мөдире Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева килә. Әлфиәнең сығышын тыңлап, һоҡланыуын йәшермәй, вокал бүлегенә уҡырға инергә өгөтләй.

Уҡытыусы булам тигән маҡсат менән йәшәгән ҡыҙ ҡаршы төшә. Тәжрибәле педагог ышандырырлыҡ дәлилдәр килтереп, уны ризалаштыра. Шул йәйҙә үк имтихандарҙы уңышлы биреп, Әлфиә Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып китә.

Уҡыу еңел бирелә ҡыҙға, вокал буйынса уҡытыусыһы Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова уның тауыш мөмкинлектәрен артабан үҫтереүгә, профессиональ кимәлгә еткереүгә күп көс һала. Студент йылдарында уҡ төрлө концерттарҙа, ижад кисәләрендә, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Училищены тамамлағас, өмөтлө йәш йырсыға Өфө сәнғәт институтында уҡыуын дауам итергә тәҡдим итәләр, махсус юллама ла бирәләр. Әммә һөйгәне янына ашыҡҡан ҡыҙ артабан уҡыуҙан баш тартып, тыуған районына ҡайтып китә. Тиҙҙән йәштәр гөрләтеп туй үткәрә, ғаилә ҡороп йәшәй башлай.

Тик ире яғынан яҡындары уның мәҙәниәт өлкәһендәге тынғыһыҙ тормошон аңламау сәбәпле, йыш ҡына ҡаршылыҡтар килеп тыуа, хатта сәхнәлә йырлауҙы әхлаҡһыҙлыҡ менән тиңләгән осраҡтар ҙа була. Ике бала әсәһе булғас та, яратҡан эшен ташламай, ныҡышмаллығы, бирешмәҫ холҡо менән артабан да ижад юлынан атларға тырыша, яҡты өмөттәр менән йәшәй. Район мәҙәниәт йортонда вокал төркөмө ойоштора, балалар менән дә шөғөлләнә.

Ғаилә тормошо бик киҫкенләнеп киткән бер көндө өйҙән сығып китергә мәжбүр була Әлфиә. Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә урынлаша. Татыу, берҙәм коллектив уны үҙ итеп ҡабул итә. Тырыш йырсы репертуар өҫтөндә әүҙем эш башлай, яңы йырҙар өйрәнә, быға тиклемгеләрен камиллаштыра. Вокал дәрестәре ала, йыш ҡына уҡытыусылары менән осраша, уларҙың кәңәштәрен тыңлай.

Уйланыуҙар, хафаланыуҙар, икеленәүҙәр тулы ул йылдарҙа һағыш-әрнеүҙәрен йырҙарына һала. Бер-бер артлы тәрән мәғәнәле, бай эстәлекле концерт программалары сығара. Шулар араһында “Яндырылған көндәлектәр” исемле бенефисы ижадының һынылыш осорона әүерелә. Бенефиста яңы ғына Мәскәүҙән махсус юғары белем алып ҡайтып, ҡыйыу хыялдар, идеялар менән янған йәш белгестәр: Зөлфиә Ҡолдәүләтова – режиссер, Зөһрә Бураҡаева – сценарий авторы һәм техник яҡтан биҙәүсе Фәрхәт Ихсановтар заманса алымдар ҡулланып, һоҡланғыс тамаша ойоштора. Филармония сәхнәһендә беренсе тапҡыр ҙур экран эшләй, концерт барышында видео-, фотоматериалдар күрһәтелеүе программаны байыта, тулыландыра.

Әлфиә йәштән көндәлек алып бара. Уй-фекерҙәрен, серҙәрен, хыялдарын шунда яҙа. Берҙән-бер көндө һикәлтәле юлдар аша йыр сәнғәтенә килтергән ҡатмарлы яҙмышына байҡау яһап: “Үткәндәргә юлдар ябыҡ, алға ынтылып, киләсәк менән йәшәргә кәрәк”, – тигән ҡәтғи ҡарарға килә. Кире ҡайтмаҫ йылдар менән бәйле йөрәктәге уңалмаҫ яраны ҡанһыратып, иҫкә төшөрөп, тетрәндереп торған көндәлектәрен яғып ташлай.

Бенефистағы йырҙары, йөрәк өҙгөс монологтары, асыҡтан-асыҡ тормош, сәхнә юлын бәйән иткән эпизодтар ижадсыны яңы яҡтан аса. “Ошо концертымдан һуң йылдар буйы баҫҡан ауыр йөктө алып ташлаған кеүек булдым. Сәхнәләш дуҫтарымдың, тамашасыларымдың миңә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе тиһәм дә, хата булмаҫ, моғайын”, – тип һөйләй Әлфиә ул бенефисы хаҡында.

Ергә шаулап-гөрләп яҙҙар килгәндә йырсы тыуған көнө уңайынан йыш ҡына сағыу концерттар бирә, ғүмер байрамын яратҡан тамашасылары менән билдәләй. Шуларҙың бер нисәһе тураһында әйтмәй мөмкин түгел.

“Яратам…” концерт-бенефисы халҡына, тыуған еренә, башҡорт теленә, ғөмүмән кешелеккә, тормошҡа булған оло һөйөүгә, кеше ғүмерен онотолмаҫ йәшлек яҙында күңелдәргә ҡанат ҡуйған сихри мөхәббәткә бағышлана. Бенефиста яңғыраған йырҙар ижадсының киң диапазонлы бай репертуарын аса һәм тамашасының ихлас алҡыштарына лайыҡ була.

“Һин бәхетле! Ә мин?!...” тип аталған музыкаль роман эстрадала яңы асыш булып ҡабул ителә. Танылған театр сәнғәте әһеле, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Закир улы Ханов менән бергә ойошторған театрлаштырылған тамаша резонанс тыуҙыра, ә иң мөһиме – йырсыны драматик актриса булараҡ аса.

– Эйе, биографиямда шундай яҡты эпизод булды! Олег Закир улы менән берлектә эшләү тураһында хыяллана инем. Ул яратҡан актерым ғына түгел, коллега, дуҫ һәм туған йән. Бер ваҡыт уға музыкаль спектакль төҙөү идеяһын әйттем, унда төп персонаждар – Ир һәм Ҡатын... Әлбиттә, шундай күренекле театр эшмәкәре менән сағыштырғанда актерлыҡ оҫталығым бик аҙ, әммә, о, мөғжизә! Ул ризалашты! Беҙ был образдарҙа йырҙар, шиғыр юлдары, монологтар аша ҡатмарлы кешелек мөнәсәбәттәрен асырға тырыштыҡ һәм маҡсатҡа ирештек – проект тормошҡа ашты, тамашасы ихлас ҡабул итте, – тип хәтерләй йырсы.

“Йырҙарым минең...” тигән тағы бер музыкаль монологы 2021 йылда сәхнәгә сыға. Матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа, мөхәббәткә арналған был тамашала йырсы һәр ваҡыттағыса фәһемле, ялҡынлы сығышы менән әсир итә. “Һәр кемдең был донъяла тик үҙенә генә яҙылған яҙмышы һәм яҡты ҡояш аҫтында тик уға ғына тәғәйенләнгән урыны бар. Аҡлы-ҡаралы яҙмышымдың борма-борма һуҡмаҡтары алып килгән мөғжизәле сәнғәт донъяһындағы еңеүҙәрем, еңелеүҙәрем ана шул “өлөшөмә төшкән көмөшөм”. Бер туҡтамай алға ынтылып, йөрәк яраларын уңалтыр, күңел һыҙлауҙарын баҫыр йырҙарыма тоғро булып ҡала алыуым менән мин көслө”, – ти йырсы.

Башҡорт заманса музыкаһы мэтры, композитор Салауат Низаметдинов менән хеҙмәттәшлек Әлфиәнең ижад йүнәлешенә киҫкен йоғонто яһай, талантының яңы мөмкинлектәрен аса. Был һоҡланғыс тандем юғары баһаға һәм данға лайыҡ булды.

Бына нисә йылдар инде уның йырҙарын юғары профессиональ кимәлдә һәм хисле образдар аша тамашасыларына еткерә. Салауат Әхмәҙи улы йырсының киң тауыш мөмкинлектәрен, талант үҙенсәлектәрен һиҙгер тойоп, уның эске донъяһын асҡан, яҙмышын һүрәтләгән, тик уға ғына хас булған йырҙар яҙа. Шуғалырмы, уларҙа нахаҡҡа рәнйетеүҙәр, кәмһетелеүҙәр кисереп йәшәгән йылдар ауазы, күңел өшөткөс әрнеүҙәре, йөрәген телгеләгән әсә һағыштары яңғырай. Уның өсөн махсус яҙылған “Алһыу пион”, “Ышанып йәшәйем”, “Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм”, “Мәхрүм итмә”, “Бәхетле көнөм булһын” исемле йырҙары – ана шундайҙар иҫәбендә.

С. Низаметдиновтың бик иртә китеүе башҡорт музыка сәнғәте өсөн оло юғалтыу булды. Ә Әлфиә өсөн был ҡайғы аяуһыҙ һынауға әйләнә. “Салауат Әхмәҙи улы киткәс, күңелемдең моңло бер ҡылы шартлап өҙөлгәндәй булды, бик оҙаҡ аңыма килә алмай йөрөнөм. Үҙ-үҙемде ҡулға алдым. Уның йырҙары яңғырай икән, тимәк, ул беҙҙең арала, тип үҙемде тынысландырҙым”, – ти йырсы. Композиторҙың хәтер кисәләрен ойоштора, уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып бара.

Йырсының тулы яңғырашлы, бай тембрлы, киң диапазонлы меццо-сопрано тауышы күп йылдар инде тыңлаусыларҙы һоҡландыра, ҡыуандыра. Әлфиә – иҫ киткес хисле, дәртле, ғәйрәтле йырсы. Уның репертуары жанрҙар байлығы һәм төрлөлөгө менән айырылып тора. Үлемһеҙ башҡорт халыҡ йырҙары – “Абдрахман-кантон”, “Боронғо йыр”, “Ғайса-ахун”, “Ҡара урман”, “Сибай”, “Юлғотло”, “Ялан-Йәркәй” менән бер рәттән, татар, рус композиторҙарының классик һәм эстрада әҫәрҙәрен, рус халыҡ йырҙарын, романстарын тик үҙенә генә хас тәрәнлек, хислелек менән башҡара. Башҡорт һәм татар классик композиторҙары Таһир Кәримов, Сәлих Сәйҙәшев, Рим Хәсәнов, Рөстәм Яхин, Сара Садиҡова, Мостафа Ноғман, Рафиҡ Сәлмәнов әҫәрҙәре йырсының ижад багажында лайыҡлы урын биләй.

Уның өсөн йыр бер ҡасан да күңел асыу сараһы булманы. Һәр сығышы күңелдәрҙе сафландыра, уйланырға мәжбүр итеп, хисләндерә, тетрәндерә, рухландыра. Әлфиә Юлсурина – ысын халыҡ йырсыһы, уның моңло, матур тауышы, тәрән мәғәнәле йырҙары, сәхнәлә тыуҙырған сағыу образдары тамашасы күңелен арбай, әсир итә. Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға ҡарамай, яҙмыш һынауҙарын еңеп, бөгөнгө бөйөклөккә күтәрелгән күренекле артист башҡорт йыр сәнғәтенә арналған ижад юлынан ышаныслы аҙымдар менән алға атлай. Халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһына яңы ҡыйыу асыштар, ижади уңыштар, бәхет, именлек, күңел күтәренкелеге юлдаш булһын!

Бөгөн, 25 апрелдә Х.Әхмәов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Әлфиә Юлсуринаның “Эй яҙмыш, яҙмыш...” тип аталған күркәм юбилей кисәһе үтә. Унда йырсы Салауат Низаметдиновтың быға тиклем ишетелмәгән “Хоҙай бүләк иткән һөйөү”, “Һин – хыял” исемле йырҙарын тамашасы хөкөмөнә сығара.

Әлфиә ҒИМАҘИЕВА, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһынан.

 

Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Йырсы Әлфиә Юлсуринаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас