

Туймазы районы Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы – “Ҡарға бутҡаһы”н атҡарған. Был яҙ-йәй мәлендә үткәрелгән, ваҡыт үтеү менән яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән байрам.
Ризыҡ әҙер булғансы, балалар менән өлкәндәр уйындар уйнап күңел асҡан. Унан бергәләшеп, изге теләктәр теләй-теләй, халҡыбыҙҙың йолаһына ярашлы ғәмәлде атҡарғандар. Хәҙер бөтәбеҙҙең дә теләк бер: илебеҙ дошмандарын еңеп, тиҙерәк еребеҙгә тыныслыҡ килһен, ир-егеттәр яу ҡырынан имен ҡайтһын!
Аҙаҡтан дуҫлыҡтар саф һауала ултырып “Ҡарға бутҡаһы”н ауыҙ иткән, хуш еҫле сәй менән һыйланған.
Фотолар, видео менән Дуҫлыҡ мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә апай Ситдиҡова уртаҡлашты. Ҙур рәхмәт!