Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2025, 12:00

Азамат Ғафаров: "Атайым да шулай итер ине"

Фидан Ғафаровтың улы атаһы үлгән кистә спектаклдә уйнаған. Был турала бына нимә тигән ул. 

Азамат Ғафаров: "Атайым да шулай итер ине"Азамат Ғафаров: "Атайым да шулай итер ине"
Азамат Ғафаров: "Атайым да шулай итер ине"

Кисә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат булды. Ә шул көндө иртән генә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сайтында "беҙҙең артистар Сибайға гастролгә юлланды" тигән хәбәр сыҡҡайны. Асыҡланыуынса, улар араһында Фидан Ғафаровтың улы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров та булған.

Ауыр юғалтыуға ҡарамаҫтан, Азамат Ғафаров һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, нисек кенә ауыр булһа ла, Сибайҙағы тамашала уйнаған. Ул “Йырланмаған йырым һин” спектаклендә төп ролде башҡарған һәм тамашаның атаһы иҫтәлегенә ҡуйылыуын әйткән.

“Атайым да “спектаклдә уйнайбыҙ” тип әйтер ине. Беҙ ҙә уйнарға булдыҡ. Коллегаларым, ҙур рәхмәт һеҙгә. Атайым иҫтәлегенә, хөрмәтенә һеҙҙең өсөн спектакль ҡуйырға булдыҡ. Ул да шулай эшләр ине. Сөнки сәнғәткә бик тоғро кеше булды. Рәхмәт һеҙгә”, – тигән ул.

Беҙ Азамат Ғафаровтың һәм Фидан Сафа улының барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас