III Китап байрамында “Династиялар” спектаклен ҡарарға була

31 майҙа Совет майҙанындағы төп сәхнәлә “Династиялар” спектаклен ҡарарға мөмкин. Унда Рәсәйҙең халыҡ артистары Александра Захарова һәм Илзе Лиепа, шулай уҡ Екатерина Рождественская ҡатнаша.

III Китап байрамында “Династиялар” спектаклен ҡарарға булаIII Китап байрамында “Династиялар” спектаклен ҡарарға була
III Китап байрамында “Династиялар” спектаклен ҡарарға була

 Күп тапҡыр яҙғаныбыҙса, баш ҡалабыҙ Өфөлә 31 майҙан 1 июнгә ҡәҙәр өсөнсө тапҡыр Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарыла. 31 майҙа Совет майҙанындағы төп сәхнәлә “Династиялар” спектаклен ҡарарға мөмкин. Унда РФ-тың халыҡ артистары Александра Захарова һәм Илзе Лиепа, шулай уҡ Екатерина Рождественская ҡатнаша.

Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар уның үҙенсәлекле жанрын “НЕспектакль” тип билдәләгән. Режиссеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Максим Лахно. Театраль драманың донъя премьераһы 21 апрелдә Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда булған.

“Динатиялар” ысын мәғәнәһендә ҙур мәҙәни ваҡиға булыр, ти ойоштороусылар. Илебеҙҙең өс – легендар режиссер Марк Захаровтың, күренекле шағир Роберт Рождественскийҙың һәм атаҡлы бейеүсе Марис Лиепаларҙың – ижади ғаиләһе вәкилдәре иҫтәлектәр менән генә бүлешеп ҡалмай, тойғо-кисерештәрен дә еткерә.

Ҡыҙҙары аталары тураһында, улар йәшәгән осор, яҙмыштары, үткәндәрҙә ҡалған ҡабатланмаҫ дәүер хаҡында бығаса ишетмәгән мәғлүмәттәрҙе бәйән итә. Спектакль – әлеге шәхестәрҙең ижады ҡыҙҙарының яҙмышына ниндәй йоғонто яһағаны тураһында анализ да. Һәр герой тамашасыларҙы үҙ тормоштарындағы мөһим ваҡиғалар аша үткәрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, әҫәр ғаилә йолаларының хәҙерге замандағы роле тураһында уйланырға ла форсат бирә.

Быйылғы Китап байрамының икенсе көнө классик әҙәбиәткә бағышлана. Унда Пушкин, Есенин, Чехов, М.Кәрим һәм башҡа рус һәм милли әҙәбиәт классиктарының ижадын тыңларға, фекер алышырға була.

Мәғлүмәт, фото: vk.com/kitapbayram_ufa?ysclid=ma9oqrv92p114272068

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас