

“Бер нәмәгә ике ҡараш” тип аталған кисәлә ике автор “Еңеүселәр быуындары. Бөйөк Ватан һуғышы һәм Махсус хәрби операция” темаһына ижади ҡараштары менән уртаҡлаша. Был тарихты сәнғәттең ике төрө – фотоһүрәт һәм музыка аша шәхси баһалау.
Ижади осрашыу барышында, көндөҙгө сәғәт 4-тә, С. Комкованың “Атайҙар һәм балалар. Бөйөк Ватан һуғышы/Махсус хәрби операция” тигән фотокүргәҙмәһе асыла, ә 16.45 сәғәттә М. Фәйзуллиндың оркестр өсөн яҙылған “Оран” (“Зов”) симфонияһының киноверсияһы күрһәтелә.
Ойоштороусылар ижади сараға килергә теләүселәрҙе көтөп ҡала, инеү ирекле.
Фотолар: С. Комкованан.