+21 °С
Болотло


Ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр театрыбыҙҙы ҙур ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алған.
Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡаҙағстанда гастролдәрен башлай.
Ижади төркөм Астанала ике спектаклен күрһәтә: "Бөйрәкәй" һәм "Ҡара йөҙҙәр".
Видеола: "Жастар" театры коллективы Башҡортостандағы ижадташтарын ихлас тәбрикләп ҡаршылай.
Видео: БДАТ.