

Ижади ғаилә – Әлиә Һәм Ришат Төхвәтуллиндар улдары Әлимде икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртырға мәжбүр булған. Әлим менән барыһы ла яҡшы, сабый наркоздан сыҡҡан.
Ришат Төхвәтуллин малайҙары тыуған барлыҡ атай-әсәйҙәргә лә баланы бары тик бер йәше тулғас һәм дауахана шарттарында сөннәтләргә кәңәш итә, ул үҙҙәренең уңышһыҙ тәжрибәһе хаҡында һөйләй.
"Балаларға сөннәтте бер йәше тулғас ҡына яһағыҙ. Беҙҙең Әлимгә барыһы ла тыуыу менән яһарға ҡуштылар. Таныш булған, яҡшы белгән кешенән өйҙә яһатҡан инек. Әммә Әлимдең «спайка»лары килеп сыҡты. Уларҙы алыр өсөн икенсе тапҡыр сөннәткә ултыртырға тура килде.
Иң яҡшыһы: баштан уҡ, бер йәше тулғас ҡына, дөрөҫ итеп дауаханала яһатырға икән, – ти йырсы Ришат Төхвәтуллин.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"