Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!

17-18 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡаҙағстанда гастролдә булды. Тамашасылар башҡорт артистарының уйынын ифрат оҡшатҡан һәм оҙайлы алҡыштар менән тәбрикләгән.

Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!
Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!

Театрҙың ижади төркөмө "Жастар" йәштәр театры сәхнәһендә ике спектакль ҡуйған - "Бөйрәкәй" һәм "Ҡара йөҙҙәр". Ике әҫәр ҙә аншлаг менән үткән, Ҡаҙағстан тамашасыһы башҡорт артистарын аяғүрә баҫып ҡайнар алҡышлаған, оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәгән. Быны яҡташтарыбыҙ уртаҡлашҡан видеояҙманан да асыҡ күрергә мөмкин.
Спектаклдән буш ваҡытта Башҡортостандан килгән ҡунаҡтар Ҡаҙағстандың бай мәҙәниәте менән дә танышып өлгөргән: тарихи урындарын, музейҙарын байҡаған, халыҡ менән аралашҡан.
Гастролдәр тамамланыр алдынан "Жастар" театры вәкилдәре ҡунаҡтарына Астана буйлап сәйәхәт ойошторған. Баш ҡаланың ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле архитектураһы яҡташтарыбыҙҙы ифрат һоҡландырған. "Бындай мәҙәни бәйләнеш халыҡтарыбыҙ дуҫлығын нығытыу менән бер рәттән, халыҡ-ара кимәлдә ике республиканың да ыңғай имиджын булдырыуға хеҙмәт итә", - ти "Башдрам"дар.

Видеоны гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡарарға мөмкин.

Видео, фото: БДАДТ.

Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!
Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!
Ҡаҙағстан тамашасыһынан - ҡайнар алҡыштар!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас