

30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфө III Китап байрамы халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, ә 5 июндән 8 тиклем II “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Ҙур ваҡиғалар Совет майҙанында бара.
Сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү менән бәйле Пушкин урамының Цюрупанан Ленинға тиклемге участкаһы 19 майҙан 10 июнгә тиклем ябыла. Был осорҙа йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы слайдта күрһәтелгән.
Өфөләрҙән һәм ҡала ҡунаҡтарынан сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.