Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!

Авторҙың: “Китабымды XX быуаттың 50-се, 60-сы йылдарында тыуғандарға арнайым”, тип әйтеүендә лә хикмәт бар.

Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!

Ҡояш байыуымы был, әллә яңынан тыуыумы ?

Хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшит Шәрифулла улы Кәлимуллиндың Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән, рус телендә яҙылған “Һуңлаған үкенестәр” (“Запоздалые признания”) китабы беҙҙең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Ҡара һин уны, тынғыһыҙ журналист һөнәре, командировкалар, социаль селтәрҙә көнө-төнө эшләү менән бергә китап һынлы китап яҙыуға баҙнат ит әле!

Ул был аҙымын ябай ғына былай тип аңлатты: “Башымда күптән йөрөгән уй-фекерҙәремде төйнәп, ейәнем менән Сочи ҡалаһында ял иткәндә яҙырға тотондом. Моғайын, журналист тирә-яғына күҙ һалмай, үҙ фекерен белдермәй, ваҡиғаларға баһа бирмәй, ижад итмәй йәшәй алмайҙыр”. Һәр хәлдә беҙҙең быуын ижадсылары, республикабыҙ тауышын ҡитғаларға ишеттереүсе, халҡыбыҙҙың йәшәйешен, уй-ынтылышын сағылдырып, Башҡортостандың иҡтисади, рухи тормошо менән йәшәүсе замандаштарыбыҙ, яҡшы үҙгәрештәргә ихлас шатланып, ҡайһы саҡта борсоуға һалған етешһеҙлектәргә һыҙланып, үҙ һүҙҙәрен белдерергә күнеккән.

Өфө ҡалаһындағы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең китап магазины залында хеҙмәттәшебеҙҙең яңы китабының исем туйына килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе ихлас күңел менән авторға ижади уңыштар теләне.  Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Сөнәғәтовтың  “Үткән генә ғүмер” йыры менән башланған исем туйы тулҡынландырғыс булды. Аҙаҡ авторҙың бергә уҡыған класташтары, курсташтары, яҡташтары, хеҙмәттәштәре, бергә эшләгән баш мөхәррирҙәре, матур хәтирәләргә бирелеп, китаптың башҡорт  журналистикаһында яңы күренеш, яңы һүҙ булыуын белдерҙе. Авторҙың уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Миҙхәт  Әхмәтхан улы  Мәмбәтовтың ”һәр китап – оло ваҡиға, ул кеше яҙмышы менән генә бәйле түгел, ә әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө торошон күрһәтеүсе фактор, уның исем туйын үткәреү күңелдәге хис-тойғолар менән уртаҡлашыу, фекер алышыу, рухи яҡтан байыу өсөн бик кәрәк”, тиеүендә хаҡлыҡ ята. Ул журналист һөнәренән айырылып, ваҡыт табып, 45 йыллыҡ хеҙмәт осоронда илдә булған тарихи ваҡиғаларға хәбәрсе күҙлегенән баһа биреп, үҙ фекерен белдергән уҡыусыһының талантын юғары баһаланы.

 Рәшит Шәрифулла улы хеҙмәт баҫҡысын Учалы район гәзитендә паспорты ла, хеҙмәт кенәгәһе лә булмаған көйө ҡыйыуһыҙ ғына эш башлап, тап шунда тәржемә итеү үҙенсәлектәренә эйә була, остаздарҙан уңа. Уның Өфө моторҙар төҙөү заводында эшселәр синыфы араһында эшләп, тормош багажын байытҡандан һуң “Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә килеүе редакцияның сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорт бүлеген йәнләндереүгә өлөш индерә. Бер яҡтан, заводтағы хеҙмәттең журналислыҡ һөнәренә ниндәй ҡатнашы булһын, , тип уйларға мөмкин. Бына ул хаҡта автор нимә ти: “Мин башҡаса уйлайым: эшселәр класы араһында булыу, эшсенең тормош кредоһын аңлау – буласаҡ хәбәрсе өсөн апаруҡ ҙур багаж ине . Был “багаж” миңә киләсәктә яҡшы терәк булды”. Шуны ла әйтергә кәрәк, Рәшит Шәрифулла улы ике дәүләт телендә лә шыма, грамоталы яҙа белгән журналист. Был бик һирәк осрай торған һәләт.

Беҙ Рәшит Шәрифулла улы менән замандаштар, 45 йылдан ашыу матбуғатта ҡолас йәйеп эшләгән, профессиональ өлгөрлөк осоро үҙгәртеп ҡороу йылдарына тура килгән быуын. Өс ҡоролошта – Советтар, Үҙгәрештәр, хәҙерге заман Рәсәйе дәүерендә йәшәргә, тормош ҡорорға, эшләргә, һәр заман талаптарына яраҡлашырға тура килде. Шуға күрә уның менән республикабыҙҙа барған ыңғай күренештәргә, көйөндөргөс етешһеҙлектәргә ҡараштарыбыҙҙың йыш ҡына тура килеүе ғәжәп түгел. “Китабымды XX быуаттың 50-се, 60-сы йылдарында тыуғандарға арнайым”, тип әйтеүендә лә хикмәт бар. Башҡорт матбуғат баҫмаларының гөрләп таралған, тиражы артҡан , гәзит әллә нисәмә быуын журналистары өсөн юғары кимәлдәге тормош академияһы булған ваҡыттарҙы һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Китаптың һуңғы бүлегендә “ Ҡояш байыуымы был, әллә яңынан тыуыумы?” тигән кинәйәле һорау менән уҡыусыһына өндәшеүе урынлы, сөнки Рәсәйҙә матбуғат баҫмаларына ҡыҙыҡһыныу кәмей. “Бер нисә тиҫтә йыл элек гәзит һәм журналдар йәмғиәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булды, уларҙы транспортта ла, аш өҫтәле артында ла, ял иткәндә лә уҡынылар. Һанлы технологиялар ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Бөгөн рәсәйҙәрҙең 14 проценты ҡағыҙҙағы матбуғатты уҡый”–  был ысынбарлыҡ. “Әммә мин газетала эшләүемә үкенмәйем. Беҙ үҙебеҙҙең халыҡ мәнфәғәттәренә эшләүебеҙгә ысын күңелдән ышандыҡ. Республикала мин булмаған район йәки ҡала, эре предприятие юҡ”, – ти автор.  Беҙ уның Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендәге эшмәкәрлегенә лә ҡағылманыҡ әле. Китап “Һуңлаған үкенестәр” тип аталһа ла, хеҙмәттәшебеҙҙең үкенергә, зарланырға һис урыны юҡ. Үкенесте мин берәй ғәмәлде үҙ ваҡытында эшләп ҡуймауың, йәки, киреһенсә, урынһыҙ атҡарыуың өсөн борсолоу тип аңлайым.

Рәшит Шәрифулла улының төрлө иҫтәлектәргә, тарихи осрашыуҙарға бай хеҙмәт юлын, татыулыҡта, берҙәмлектә үткән тормош һикәлтәләрен күптәр ҡабатларға теләр ине, тигән уйға килде китаптың исем туйында ихлас ҡатнашҡан дуҫ-иштәре, ижадташтары, хеҙмәттәштәре. Нөктәне ҡуйырға ашыҡма, замандаш! Беҙ һинән үҙебеҙҙең һөнәребеҙ, гәзит эшендәге “йөк аттары”, ветерандарыбыҙ, журналистика менән бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында яңы әҫәрҙәр, китаптар көтәбеҙ!

Динә Арыҫланова.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Нөктә ҡуйырға ашыҡма, замандаш!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас