Китап байрамында республика гәзит-журналдары бүләк уйната

Отошта ҡатнашыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә генә кәрәк

Китап байрамында республика гәзит-журналдары бүләк уйнатаКитап байрамында республика гәзит-журналдары бүләк уйната
Китап байрамында республика гәзит-журналдары бүләк уйната

Тиҙҙән халыҡ-ара Китап байрамы башлана. Унда “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҙа ҡарала. Унда ҡатнашыу өсөн шундай шарт үтәлергә тейеш - баҫмаға нәҡ “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылған көндәрҙә - 2025 йылдың 30 майынан 1 июненә тиклем ярты йылдан кәм булмаған ваҡытҡа яҙылырға.

Отош ике тапҡыр уҙғарыла: 31 майҙа 17.30 – 18.00 сәғәттәрҙә Өфөләге Совет майҙанындағы Бәләкәй сәхнәһендә;

1 июндә - 15.15-15.45 сәғәттәрҙә шунда уҡ Бәләкәй сәхнәлә.

Бүләктәр матур: саң һурҙырғыс, гриль, тостер, блендер, наушниктар.

Фото: Ринат Рәжәпов.

https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-05-23/gazety-i-zhurnaly-bashkirii-razygrayut-prizy-na-kitap-bayrame-4248581

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас