

III Китап байрамы башланған көндә, 30 майҙа, Яҙыусылар йортон – Башҡортостан Яҙыусылар союзының тарихи бинаһын – капиталь ремонттан һуң асыу тантанаһы була. Ул баш ҡалабыҙ Өфөнөң Коммунистик урамындағы 34-се йортта урынлашҡан. Бина эргәһендә “Өфө йүкәләре” скверы ла асыла.
Шул уҡ көндө “Китап-Парус” арт-объектын асыу ҙа планлаштырыла. Скверҙа Урам китапханаһы ойошторолоп, бында һәр яҙыусы үҙенең автографлы китаптарын килтерә ала.
Тамаша залында тантанала ҡатнашыусылар – яҙыусылар ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында видеоролик, күргәҙмәләр залында Башҡортостан әҙәбиәте тарихына арналған экспозицияны ҡарай ала. Бынан тыш, МХО биләмәһендә йөрөп ҡайтҡан яҙыусылар менән осрашыу ойошторола.
Яҙыусыларҙың ижади союзы урынлашҡан бина Поликарпов йортонда урынлашҡан, ул – республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы. Союзға 1982 йылда тапшырылған.
БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов:
– Был көндө тулҡынланып көтәбеҙ. Хәҙер яҙыусыларыбыҙҙың яңыртылған, уңайлы йорто була, унда йыйылышып аралашырға, кәңәшләшергә, ижад итергә мөмкин.
Яҙыусылар йортон асҡан көндө яңы ағзалар ҡабул итеп, уларға танытмалар тапшырабыҙ. Яңыртылған бинала әҙәби ҡунаҡхана, сәйәси золом ҡорбандары булған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырыла. Скверҙа сәхнә ҡуйып, унда йәйге көндәрҙә яҙыусылар менән осрашыу, башҡа саралар үткәрергә мөмкинлек тыуасаҡ.
Фото: Китап байрамы ойоштороусыларынан.