

30 майҙа Тәтешле районы Юғары Тәтешле ауылы мәҙәниәт йортонда Хәниә Фәрхи исемендәге "Онотолор, тимә" V төбәк-ара башҡорт - татар йыр бәйгеһе йәнә үҙенең дуҫтарын йыя. Был хаҡта Тәтешле районы хакимиәте хәбәр итә.
"Ҡәҙерле дуҫтар! Йыр сәнғәтен яратҡан һәүәҫкәрҙәрҙе һәм профессионалдәрҙе башҡорт һәм татар халҡының легендар йырсыһы Хәниә Фәрхи исемендәге V төбәк-ара башҡорт - татар йыр фестивале -бәйгеһенә саҡырабыҙ. Сара моң эйәһенең тыуыуна 65 йәш тулыуға бағышлана. Хәниә Фәрхинең онотолмаҫ йырҙарын бергәләп йырлайыҡ. Рәхим итегеҙ!" - тип яҙғандар тәтешлеләр.
Сығанаҡ: Тәтешле районы хакимиәте сайтынан