

“Китап байрамы” III халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың “Седые ковыли” китабының исем туйы була. Сара 30 майҙа 15.30 сәғәттә икенсе сатырҙа уҙа. Презентацияла шиғырҙар тыңларға, автор менән аралашырға, һорауҙар бирергә, автограф алырға мөмкин.
Китап ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән. Унда Ҡәҙим Аралбайҙың шиғыр-поэмалары рус теленә тәржемә ителгән. Тәржемәселәр араһында Дим Дәминев, Ғәзим Шафиҡов, Анатолий Майоров кеүек оҫталар, шулай уҡ йәш тәржемәселәр - шағирҙың ҡыҙы Ләйлә Аралбаева һәм уның туғанының ҡыҙы Гүзәл Мөҡминова бар.
"Минең өсөн был бик күптән көтөлгән китап, йәш автор кеүек шатланам, - ти яҙыусы. - Был минең рус телендәге икенсе китабым, «Гонец» - беренсе русса йыйынтыҡ, ул 40 йылдан ашыу элек 1983 йылда баҫылып сыҡты. Башҡорт телендә бик күп китаптарым сыҡты, ә рус телендәге китапҡа бер нисек тә сират етмәй ине. Китаптан бер ҡасан да айырылмағыҙ. Уҡыған кеше тормошта үҙен ышаныслыраҡ, ҡыйыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеп тоя.
Аралбаев Ҡәҙим Абдулғәлим улы (1941 йылда тыуған) башҡорт шағиры, прозаик, публицист, мөхәррир, педагог, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Китапты Нәшриәттең Ленин урамындағы яңы фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
https://belprost.ru/news/novosti/2025-05-28/na-yarmarke-kitap-bayram-sostoitsya-prezentatsiya-novoy-knigi-narodnogo-poeta-4254234