

29 майҙа Туймазы районының Ярмунса ауылында “Бишҡурай” этнолингвистик музей-тирмәһенең презентацияһы үтте. Объектты асыу райондың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаға әйләнде һәм ”Тел – күңел көҙгөһө” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәреүгә арналды.
Сарала Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары, Туймазы районы хакимиәте вәкилдәре, Туймазы һәм Баҡалы райондарының белем биреү учреждениеларынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар ҡатнашты.
Туймазы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Анатольевич Подоприхин әйтеүенсә, музей-тирмәнең асылыуы район өсөн генә түгел, бөтә төбәк өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора. Был урын туристар өсөн иҫтәлекле урынға әйләнеүе мөмкин, тип билдәләне.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды вәкилдәре сығыш яһаны. Улар башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн проекттың мөһимлеген билдәләне һәм командаға артабанғы эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.
Проект етәксеһе, эшҡыуар Рөстәм Рәхим улы Хәйретдинов яңы мәҙәни-этнографик майҙансыҡтың маҡсаттары һәм бурыстары тураһында һөйләне. Музей-тирмә әүҙем эшләүсе киңлек булараҡ күҙалланған: бында башҡорт халҡының телен, тарихын һәм йолаларын өйрәнеүгә йүнәлтелгән мәғариф һәм мәҙәни саралар үткәреләсәк, тип билдәләне ул.
Музейҙы асыу тантанаһы бай мәҙәни программа менән оҙатылып барҙы. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм БР Башлығы ойошторған грант конкурсында еңеүсе тип табылды.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.