Элвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштора

Концерт Асҡар ауылындағы Үҙәк майҙанда үтә. Кемгә арнап? Ҡасан? Бында уҡығыҙ: 

Элвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштораЭлвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштора
Элвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштора

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) дуҫы Артур Кусимов иҫтәлегенә уның тыуған яғы - Әбйәлилдә ҙур концерт ойоштора. Сара иртәгә, 31 майҙа, Асҡарҙың Үҙәк майҙанында үтә.

"Концерт беҙҙең дуҫыбыҙ Артур Кусимовҡа арнала. Ул Асҡар ауылынан һәм бөтә туғандары ла ул яҡтан. Әсәһе, атаһы һәм туғандары. Ҡыҫҡаһы, дуҫтар, көтөп ҡалабыҙ",- тип хәбәр итә Элвин Грей.

Артур Кусимов, Кусим булараҡ таныш музыкант, 2023 йылдың октябрендә йәшләй генә вафат була. Артур 2015 йылдан алып Элвин Грей менән хеҙмәттәшлек итә.

Концертта шулай уҡ Рөстәм Ғиззәтуллин, Наил Башстайл сығыш яһаясаҡ.

Фото: телеграм

 

Элвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштора
Элвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштора
Элвин Грей дуҫы хөрмәтенә концерт ойоштора
Автор:Карима Усманова
Читайте нас