

Сараға килгән дуҫтарыбыҙ өлкән коллегабыҙ, журналистика ветераны Рәшит Кәлимуллиндың "Запоздалые признания" китабы менән танышты, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр менән осрашты, йыр-моң тыңланы, ҡурай моңона ҡушылып бейене.
Гәзитебеҙҙә инде икенсе йыл "Илһөйәр" ҡушымтаһы донъя күрә. Ул МХО яугирҙәре, уларҙың ғаиләләренә ярҙам, тылдағы ирекмәндәргә арнала. Бөгөнгө сараға ҡушымтабыҙҙың геройҙары булған "Томан", "Түбә" һәм "Муха" саҡырылды. Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ир-егеттәре тамашасылар менән аралашты, һорауҙарға яуап бирҙе.
Гәзиттең тематик майҙансығын танылған йырсылар Гөлсөм Бикбулатова, Венер Камалов йырҙары менән байытты. Гөлсөмдөң "Һеҙ ҡайтығыҙ" йыры күҙҙәргә йәш алдырһа, Венер Камаловтың "Өфө йүкәләре"нә ҡушылып йырланылар.
Кисәбеҙҙе тағы ла бер матур сығыш биҙәне: Таңсулпан менән Айҙар Байтимеровтарҙың ижади ғаиләһенең сығышы береһен дә битараф ҡалдырманы. Уларҙың улдары - Ҡаһарман менән Ихтыярҙың аталарының ҡурайы, әсәләренең думбыра моңдарына ҡушылып башҡарған "Шайморатов генерал" йыры йыйылыусыларҙы ихлас шатландырҙы, йәнләндереп ебәрҙе. Әйткәндәй, Таңсулпан – беҙҙең коллега, йәштәр ижадын күҙәтеп барыусылар уны шағирә Таңсулпан Рәсүл тип белә.
Майҙансығыбыҙға бәҫ өҫтәп килгән абруйлы ҡунаҡтарыбыҙ – күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлсирә Ғиззәтуллина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов махсус хәрби операция, ватансылыҡ, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ тураһында әңгәмә ҡорҙо, яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.
Ике сәғәт барған сара газитебеҙзең ысын дуҫтарын йыйҙы. Бөтәһен дә дуҫлыҡ, берҙәмлек, батырҙарға хөрмәт һәм еңеүгә ҡаҡшамаҫ ышаныс тойғолары бәйләне.
"Башҡортостан" гәзитенең иҫтәлекле мәлдәрен бүлешкән дуҫтарыбыҙға рәхмәт!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.