

Радий Хәбиров III халыҡ-ара “Китап байрамы” китап йәрминкәһендә булды
30 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров абруйлы ҡунаҡтар менән бергә III халыҡ-ара “Китап байрамы” китап йәрминкәһендәге күргәҙмәләр майҙансығында булды.
Фестиваль 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында уҙа. Ул Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәр – Беларусь, Ҡаҙағстан һәи Ирандан 270 нәшриәтте, китап магазиндарын, шәхси букинистарҙы, яҙыусыларҙы, сәнғәт белгестәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йыйҙы.
“Аски” китап нәшерләүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченов республика етәксеһенең Башҡортостан “Китап” нәшриәте үҫешенә ҙур иғтибар бүлеүе, шул арҡала баҫмалар һаны һәм тиражы буйынса ул илдә алдынға урындарҙы биләүе тураһында белдерҙе.
-Был күргәҙмә федераль кимәлдә үткәрелә. Төрлө төбәктәрҙән күп милли баҫмаларҙың килеүе ҡыуандыра. Башҡортостан уҡырға яратҡан төбәк статусын тағы бер раҫлай, - тине Константин Чеченов.
Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығына Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеүенең 80 йыллығына арнап әҙерләнгән юбилей баҫмаһын - “Летопись победы. 1418 дней и ночей” китабын бүләк итте.
“Знание” Рәсәй йәмғиәте сатырында ҡунаҡтарға халыҡ өсөн ойошторолған лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре тураһында һөйләнеләр. ”Инеш” нәшриәте Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының бүләк вариантын күрһәтте.
“Китап” нәшриәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова быйылғы китап йәрминкәһендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап сығарылған яңы баҫмалар тәҡдим ителеүе тураһында һөйләне. Төбәк етәксеһе дәүләт ярҙамы менән “Китап” илдә алдынғы урындарҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылғы йәрминкәлә 300 -гә яҡын төр китап тәҡдим ителә.
Беларусь Республикаһының стенды ла йәрминкәлә ҙур урынды биләй.
-“Китап байрамы” фестивалендә беҙ икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ менән 50 нәшриәттең продкуцияһын - 1100 китап килтерҙек. Башҡортостанда китап менән ҡыҙыҡһынғандарын күрәбеҙ, шуның өсөн быйыл мөмкин тиклем күберәк баҫма килтерергә тырыштыҡ, - тип һөйләне Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә китап күргәҙмәләре һәм йәрминкәләре ойоштороусылар советы рәйесе, “Макбел” нәшриәте генераль директоры Дмитрий Макаров.
Радий Хәбиров һәм ҡунаҡтар патриотик зонаны ла ҡараны, унда маскировка селтәре үргән ирекмәндәр, МХО ветерандары һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир ғаиләләре менән аралаштылар.
Башҡортостан Башлығы егеттәргә ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте һәм республикала уларҙы тулыһынса реабилитациялау өсөн ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре республика яғынан һәр саҡ ярҙамға иҫәп тота ала.
Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufe-proshlo-vyezdnoe-zasedanie-pravleniya-rossiyskogo-knizhnogo-soyuza-77525/