Халыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысы

Беҙгә фәһем алырлыҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ нәмәләр күп.

Халыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысыХалыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысы
Халыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысы

“Китап-Байрам”ын халыҡ шағиры икеләтә ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Өсөнсө йыл инде әүҙем ҡатнашҡан аҡһаҡал, был юлы “Сал ҡылғандар” тип аталған рус телендә сыҡҡан китабының  исем туйын уҙғарҙы.     

– Өсөнсө йыл инде уҙғарылған Китап байрамы йылдан-йыл ҙурая, киңәйә бара. Быйыл да бик күп нәшриәттәр килгән. Бына әле генә түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Яҡуттарҙың нәшриәте бик һәйбәт эшләй икән, улар тәжрибә уртаҡлашты, Мәскәү, Санкт-Петербург нәшриәттәре бик матур һөйләне, китап сауҙаһы тураһында ла һүҙ барҙы. Беҙгә фәһем алырлыҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ нәмәләр күп. Башҡортостанды ла улар бик ныҡ маҡтанылар. Иң күп уҡыусы булған төбәк тип атанылар беҙҙе.  Бына ошо йәһәттән китап сығарыуҙы ла, уны пропагандалауҙы ла һәм “Китап” нәшриәтенең эшен дә яҡшыртырға кәрәк, тигән һүҙ булды бөгөн.

Китапҡа иғтибар артҡандан-арта, Яҙыусылар союзының да бинаһын төҙөкләндерҙеләр. Тағы ла, яҙыусыларға ҙур ғына гранттар бүленеп тора, конкурстар үткәрелә, былар бөтәһе лә йәштәрҙе үҫтереүгә ярҙам итә. Шуға күрә мин, Китап- байрамына ҡыуанып килдем, китаптар алдым, аралашып, танышып күңелем булды.

Ә иһә кисә үҙемдең яңы китабымдың исем туйын үткәрҙек. Был китапты мин оҙаҡ көттөм. 83-сө йылдан алып, 42 йыл буйы тулыландырып сыҡҡан китап был. Бының өсөн “Китап” нәшриәтенә рәхмәт! Был китапҡа минең алты поэма, шиғырҙар, робағиҙар ингән. Һәм, иң мөһиме, ошо китабымды күберәк йәштәр тәржемә итте. Әйткәндәй, элекке Мостай ағай заманындағы тәржемә мәктәбе юҡҡа сыҡты, Ғәзим Шафиҡов, Дим Дәминев, Филипов, Елена Николаевская кеүектәр юҡ бит инде. Шуның өсөн бына беҙгә яңы йәш тәржемәселәр мәктәбен булдырырға, йәштәрҙе үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн беҙҙә бөтә нәмә лә бар, хөкүмәт тарафынан ярҙам да, “Китап байрамы” кеүек файҙалы, мөһим халыҡ-ара йәрминкәләребеҙ ҙә, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев.

Әйткәндәй, шағирҙың дүрт тиҫтә йылдан ашыу бөртөкләп йыйған яңы китабын “Китап” нәшриәтенең күргәҙмә сатыры аҫтында алырға була.

Фотолар: Автор фотолары.

Халыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысы
Халыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысы
Халыҡ шағирының икеләтә ҡыуанысы
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас