Иҫтән яҙған йәш әсәгә ярҙам күрһәткәндәр

Өфөлә бөгөн дә түҙеп торғоһоҙ эҫе булды, термометрҙар +32 күрһәтте. Шулай ҙа "Китап байрамы" йәрминкәһенә килеүселәр быға ҡараманы

Иҫтән яҙған йәш әсәгә ярҙам күрһәткәндәрИҫтән яҙған йәш әсәгә ярҙам күрһәткәндәр
Иҫтән яҙған йәш әсәгә ярҙам күрһәткәндәр

Бөгөн Китап байрамы икенсе көн барҙы. Түҙеп торғоһоҙ эҫе булһа ла, китап һөйөүселәр йәрминкә үткән майҙанға килеүен дауам итте. 

Байрамға 4 йәшлек балаһы менән килгән йәш әсәгә ҡапыл ҡыйын булып, ул иҫтән яҙа. Бәләкәс, әлбиттә, ныҡ ҡурҡа. Ярай әле, байрам барған майҙанда медицина ирекмәндәре эшләй. "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе, улар әсә тураһында хәстәрлек күрә. 

"Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһендә 20-нән ашыу буласаҡ медик-ирекмәндәр дежурлыҡ алып бара. Улар – БДМУ студенттары, тәүге ярҙам күрһәтә белә. Ойоштороусылар байрамға килеүселәрҙе иҫкәртә: әгәр ҙә ҡапыл үҙегеҙҙе насар тойҙоғоҙ икән, уларҙан ярҙам һорарға мөмкин. Медик-ирекмәндәрҙе ҡыҙыл төҫтәге жилеттары буйынса айырырға мөмкин.

Бындай эҫе торғанда, һаулыҡты ҡайғыртыу мөһим: көнөнә ике литрға тиклем һыу эсергә, башҡа кейергә, еңел, иркен тегелгән кейемдә йөрөргә кәрәк, тип иҫкәртә табиптар.

Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте. 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас