Мин бары тик шағирмын...

Әйткәндәй, мин махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан егеттәрен дә осраттым, киләсәктә улар тураһында ла шиғырҙар тыуыр тип уйлайым һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Флорид Бирғәлин менән яҡындан танышып, дуҫлаштым, киләсәктә уның менән бергәләп проект эшләргә йыйынабыҙ.

Мин бары тик шағирмын...Мин бары тик шағирмын...
Мин бары тик шағирмын...

Десантсы-шағир Сергей Лобанов 2014 йылда Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша, Сүриәлә махсус операцияла ҡатнаша, ә 2022 йылдың майынан алып махсус хәрби операцияның бөтә фронттарында ла булып сыға. Хеҙмәттәштәре уны "ҡыҙыу егет" тип атай. Ул янып торған бинаға осоп инеп яралыларҙы ла алып сыға, ә кәрәк булһа, Рәсәй һәм иптәштәре өсөн үлергә лә әҙер...

Ә инде Сергей ошо көндәрҙә беҙҙә ҡунаҡта, Китап байрамының ҡәҙерле ҡунағы. Ул яңы сыҡҡан “Геройҙар ваҡыты” китабының исем туйын үткәрергә билдәле яҙыусы Олег Рой менән килде беҙгә.

 – Тик һоҡланыу ғына кисерәм был Китап байрамынан. Мин Өфөлә ғөмүмән, Башҡортостанда икенсе тапҡыр, ә егерме икенсе тапҡыр, йөҙ ҙә икенсе тапҡыр кеүек хистәр кисерәм, шундай яҡын миңә Башҡортостан. Шул тиклем барыһы ла тәбиғи, ябай, ихлас бында. Халыҡ асыҡ күңелле, йылы, ҡунаҡсыл. Кешеләрҙең күҙҙәренән, йылмайған ирендәренән генә түгел, ихласлыҡтары китаптарға булған мөнәсәбәттәренән дә күренә. Китап байрамы ысынлап та һоҡланғыс һәм бында бөтә нәмә лә тотороҡло, башҡорт теле лә, рус теле лә, барыһы бергә ҡушылып матур яңғырай. Бындай туған телде, мәҙәнилекте, традицияны, халыҡсанлыҡты күреп миндә хөрмәт кенә уянды.

Ә иһә уҡыусылар менән аралашҡанда төрлө һорауҙар булды. Шул хәтлем йәнле аралашыу килеп сыҡты, кешеләрҙең яҡшы һүҙҙәрен генә түгел, яҡшы энергияларын да тойҙом. Шиғырҙарымдың алғы һыҙыҡта яҙылыуына килгәндә инде, барыһы ла ябай, мин бит рәссам түгел, ниндәйҙер мольберттар алып йөрөргә йәки музыкант түгелмен, нота яҙыр өсөн музыка уйын ҡоралдары алып йөрөмәйем, мин бары тик шағирмын... Шиғырҙар башымда, йөрәгемдә тыуа һәм ҡасан мөмкинлегем була, уны теркәп ҡуям, ҡайҙа булһа ла. Әйткәндәй, мин махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан егеттәрен дә осраттым, киләсәктә улар тураһында ла шиғырҙар тыуыр тип уйлайым һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Флорид Бирғәлин менән яҡындан танышып, дуҫлаштым, киләсәктә уның менән бергәләп проект эшләргә йыйынабыҙ. Уның тауышын, йырлағанын бик яратам. Киләһе “Китап-байрам”дарҙа, бәлки, һеҙгә ишетергә тура килер. Иң мөһиме, йәштәргә бөгөн ундай проекттар кәрәк, уларға дөрөҫ китаптар уҡырға кәрәк, сөнки китап - аҡыл, белем, тәжрибә ала торған ҡорал. Китап менән беҙ күп һорауҙарға яуаптар табабыҙ, ниндәйҙер көнкүреш һорауҙарына ғына түгел, ә әхлаҡ, рухиәт тәңгәлендә лә. Был йәһәттән Башҡортостан халҡы бик бәхетле, һеҙҙең йыл һайын юғары кимәлдә үтә торған, яҡшы китаптар һата торған халыҡ-ара йәрминкәгеҙ бар!

Эйе, был осраҡта шағир менән килешмәү мөмкин түгел, бөгөн беҙ хәрби операция ваҡыты кисереүебеҙ менән бергә ҙурҙан-ҙур байрамдар үткәрәбеҙ, был йәштәргә, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә биреү, йөрәктәренә илһөйәрлек тойғоһо һалыу йәһәтенән бик мөһим сара. Ә инде Сергей кеүек ябай ҙа, һәләтле лә, ҡаһарман да, шағир ҙа, яугир ҙә егеттәребеҙ барҙа, беҙ икеләтә бәхетле!

Автор фотолары.

Мин бары тик шағирмын...
Мин бары тик шағирмын...
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас